08.06.2014

Аҙна яңылыҡтары 08.06.2014

Балтас районынан Хәйҙәршиндар ғаиләһе «Ата-әсәлек даны» орденына лайыҡ булды. Юғары дәүләт наградаһын уларға Рәсәй Президенты Владимир Путин тапшырҙы.

Был орден ете һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгән, ғаилә ҡиммәттәрен нығытыуҙа ҙур уңышҡа өлгәшкән парҙарға бирелә. Хәйҙәршиндар менән бергә абруйлы награданы Президент ҡулынан Рәсәйҙең тағы ла һигеҙ төбәгендә йәшәүсе ғаилә алды.

Туймазылар ер кешеһен данланы. Райондың Егетәк ауылы янындағы майҙанда, йәмле Үҙән йылғаһы буйында һабан байрамы үтте. Яҙғы баҫыу эштәренә йомғаҡ яһаусы күркәм сараны туймазылар ҡаланың ҡеүәтле предприятиелары менән берлектә үткәрә. Һабантуйға йыйылыусыларҙы республика етәксеһе лә тәбрикләне.

4 июндә республика халҡы Оло Тәләк станцияһынан алыҫ түгел тимер юл фажиғәһендә һәләк булыусыларҙы иҫкә алды. Көслө шартлау 1989 йылдың 3 июненән дүртенә ҡарай яңғырай. Әшә станцияһынан 11 саҡрым алыҫлыҡта «Новосибирск-Адлер» һәм «Адлер-Новосибирск» поездары осрашҡан мәлдә магистраль газүткәргестән сыҡҡан газ шартлай. Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, һәләкәттә 575 кешенең, шул иҫәптән ял итергә йүнәлгән балаларҙың ғүмере өҙөлә. Йыл һайын 4 июндә яҡындарын юғалтыусылар «Хәтер поезы»на ултырып, фажиғә урынына йүнәлә.

Талпандан тешләнгән, яҡындары тарафынан ярҙан этелгән. Реклама бизнесы өлкәһендә Өфөлә танылған йүнселдәрҙең береһе Ольга Брайцара ярҙам һорап мөрәжәғәт итә. Бер йыл элек тәбиғәт ҡосағында ял иткәндә уға талпан ҡаҙала. Бөжәк энцефалитлы булып сыға. Һөҙөмтәлә фалиж һуға. Аяҡтан яҙған ҡыҙын әле әсәһе ҡарай. Дарыуҙар һәм реабилитация курсы өсөн ҙур күләмдә аҡса талап ителә.

Учалы районының Яңы Байрамғол ауылы эргәһендәге Әүлиә шишмәһе сәнскеле тимер сыбыҡ ҡамауында ҡала яҙҙы. Бер төн эсендә изге урын сит өлкә вәкилдәре тарафынан кәртәләнеп, инеү хаҡы 500 һум тип билдәләнә. Был күрше Силәбе өлкәһенән килгән ҡуртымға алыусы ҡарары буйынса эшләнә. Йәнәһе лә, шишмә урыны уның 20 йылға ҡуртымға бирелгән ере.

«Журфест – 2014». Ҡырмыҫҡалы районында матбуғат хеҙмәткәрҙәренең IV йәйге фестивале уҙҙы. Журналистар фестиваленең төп темаһы - Олимпиада. Шуға күрә һәр редакция коллективы айырым олимпия командаһы төҙөп, үҙ флагы һәм девизы менән сығыш яһаны. Сарала республика Президенты Рөстәм Хәмитов тә ҡатнашты.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку