06.07.2014

Аҙна яңылыҡтары 06.07.2014

Ресурс менән тьәмин итеүсе ойошмаларҙың дәғүәләре арҡаһында Башҡортостанда коммуналь хеҙмәттәргә тарифтар кинәп кенә күпләп артып китте. Был турала тарифтар буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәнис Сәлимгәрәев белдерҙе.

Киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре менән осрашыуҙа ул коммуналь өлкәлә хаҡтарҙы билдәләү сәйәсәтенең үҙенсәлектәренә туҡталды.

26 октябрҙән Башҡортостан ҡышҡы ваҡыт буйынса йәшәй башлай. Шулай итеп, көҙгөһөн сәғәт телдәре бер сәғәткә артҡа күсә. Дәүләт Думаһы ҡышҡы ваҡытҡа күсеү тураһында закон проектын өсөнсө уҡыуҙа хупланы.

Шишмә районында хаҡлы ялдағылар һәм ветерандарҙы талаусы ҡулға алынды. Ир үҙен социаль хеҙмәткәр тип таныштырып оло йәштәгеләргә дәүләттән автомобиль алып бирешергә вәғәҙәләгән. Ҡорбандарынан тик ҡағыҙ эшен түләүҙе генә һораған. Һуңынан инде социаль хеҙмәткәрҙән дә аҡсаларҙан да елдәр иҫкән. Барыһына ышанып барған хаҡлы өлкәндәр машинала түгел, ә тишек кәритәлә ултырып ҡалған.

Торлаҡты ҡуртымға алғанда, нисек тишек кәмәлә ултырып ҡалмаҫҡа? Республикала мутлашыусылар тоҙағына эләгеүселәр һаны арта. Бигерәк тә, уҡыу йортон тамамлап, эш башлаусылар бындай хәлдәргә йыш тарый.

Халыҡты ағыулаусылар. Архангел районы Абҙан ауылда йәшерен рәүештә спиртлы эсемлектәр һатыусылар ишәйгән. Һөҙөмтәлә һуңғы йылдарҙа был төбәктә йәшел йылан ҡорбандары ла арта. Үлем менән сауҙа итеүселәр хатта Рамаҙан айында ла туҡтап тормай. Йәшерен һатыусылар дин ҡанундарын да, дәүләт закондарын да һанға һуҡмай.

Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге идаралығы хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамдарын билдәләне. Был көн 1936-сы йылда Халыҡ комиссарҙары советы тарафынан индерелгән. Шул ваҡыттан алып автоинспекторҙар юлдарҙа ҡағиҙәләр үтәлешен, транспорт хәрәкәтен көйләү һәм тәртип урынлаштырыу өсөн хеҙмәт итә. Байрам булыуына ҡарамаҫтан, бөгөн дә йөҙәрләгән автоинспектор республика юлдарына сыҡты.

Үлемһеҙ батырлыҡ. Һәр төбәк үҙенә генә хас арҙаҡлы шәхестәре байтаҡ. Улар араһында йәштәргә өлгө булырлыҡтары ла бар. Мәҫәлән Ағиҙел ҡалаһы халҡы яҡташы Руслан Холбанды ҡәҙерләп иҫтә тота.Ҡыйыу егет террористар ҡаршы операция ваҡытынды һәләк була, утты үҙенә алып ул иптәштәренең ғүмерен ҡотҡара. Русландың батырлығы Жуков һәм Суворов миҙалдары, 4-се дәрәжә Ватан алдындағы ҡаҙаныштары ордены менән билдәләнгән. Капитан Холбандың ҡыйыулығы тиҫтәләрсә үҫмерҙәр өсөн миҫал булып тора.

Инвалид бала тәрбиәләүсе ата-әсәләр үҙҙәре лә сабыйҙарына квалификациялы ярҙам күрһәтә ала. Быға баш ҡалала йәшәүсе әсәләр үҙ миҫалында инанды. Улар 2013-сө йылдың апреленән ошо көнгәсә махсус ойошторолған курстарҙа уҡыны. Ҡатын-ҡыҙҙар Мифтахетди Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты нигеҙендә булдырылған үҙәктә белемен камиллаштырҙы.

«Бәхетле билет». Был аҙанала баш ҡаланың «Облака» заман сәнғәте үҙәгендә үҙенсәлекле фотокүргәҙмә асылды.Ул ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға йәмәғәтселек иғтибарын йәлеп итеүҙе маҡсат итеп ҡуя.

«Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит!» Республикала аҙна уртаһында башланған хәйриә акцияһының исеме үк уның маҡсатын әйтеп тора. Акция барышында яҡлауға мохтаж балалар өсөн уҡыу кәрәк-яраҡтары - мәктәп рюкзактары, ѳҫ һәм аяҡ кейемдәре, спорт костюмдары, курткалар, канцелярия тауарҙары ҡабул ителә.

Виртуль киңлектән яҡшы хәбәр. Уҙған шаршамбыла ниһәйәт интернетта башҡорт тексттары өсөн эҙләү системаһы эшләй башланы. Әлегә тест режимында, әммә тиҙҙән уны тулы ҡеүәтенә файҙаланыу мөмкинлеге буласаҡ тигән фекерҙә системаны әҙерләүселәр.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку