01.06.2014

Аҙна яңылыҡтары 01.06.2014

Өфөнөң Калинин районы прокуроры ярҙамсыһы ҡулға алынды. Хоҡуҡ һаҡлау органы хеҙмәткәре мутлашыуҙа ғәйепләнә. Тикшереү һөҙөмтәләренән күреүенсә, ул быйыл март-апрель айҙарында Үзбәкстан гражданинынан, уның кеше үлтереүҙә ғәйепләнеүсе улына хөкөм язаһын еңелләштерергә вәғәҙә итеп, 450 мең һум күләмендә аҡса алған.

Суд егетте 9 йылға иркенән мәхрүм иткән. Ҡарарға ризаһыҙлыҡ белдереп, хөкөм язаһына тарттырылыусының атаһы полицияға, БР буйынса Тәфтиш комитетына мөрәжәғәт иткән. Башҡортостан Прокуратураһы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, прокурор намыҫын боҙған хеҙмәткәр эшенән бушатылған.

Граждандар һуғышы ауазы. Бөрө районының Силантьев ауылында йәшәүсе ир ихатаһында артиллерия снаряды тапҡан. Ул табышҡа ҡоҙоҡ ҡаҙғанда юлыға. Полицияға хәбәр иткәндән һуң, осраҡ урынына махсус инженер-техниктар төркөмө ебәрелә. Белгестәр әйтеүенсә, снаряд граждандар һуғышы ваҡытынан ятып ҡалыуы ихтимал. Сөнки ауыл тирәһендә аҡтар менән ҡыҙылдар араһында ҡаты бәрелештәр булған. Бындай 76 миллиметрлы снарядтарҙы өс дюймлы пушканан атҡандар. Әле ул ныҡ тутыҡҡан, шартлатҡысы юҡ. Ҡорал тикшереүгә ебәрелгән.

Башҡортостанда был аҙнала йәшен атыу һөҙөмтәһендә өс урында янғын сыҡты. Дүртөйлө районының Түбәнге Мансар ауылында өс һарай янһа, Балтас районында ла бер ҡураны йәшен атты. Күп тә үтмәй Саҡмағош районының Ленин ауылында ла ошондай уҡ хәл теркәлде. Зыян күреүселәр юҡ. Белгестәр йәшен атыу осраҡтарының артыуын бер нисек тә аңлата алмай. Тәбиғәт күренеше тулыһынса өйрәнелмәгән.

Өфөлә «Ҙур химия» халыҡ-ара форумы үтте. Дүртенсе тапҡыр ойошторолған сарала донъяның төрлө төбәктәренән һәм сит илдәрҙән делегаттар ҡатнашты. Нефть химияһы һәм газ сәнәғәте - ил иҡтисадының нигеҙе. Донъя аренаһында барған хәл-ваҡиғалар тармаҡты үҫтереүгә үҙ талабын ҡуя. Бындай шарттарҙа нефть эшкәртеү һәм химия өлкәһендә башҡаса эш алымдары булдырылырға тейеш. «Ҙур химия» форумы был йәһәттән профессиональ фекер алышыу майҙанына әйләнде.

Байкалға сәйәхәт. Өфө дайверҙары халыҡ-ара экспедиция сиктәрендә донъялағы иң тәрән күлгә юлланды. Сәйәхәтте ойоштороусыларҙың береһе - Башҡортостан юлдаш телевидениеһы хеҙмәткәре. Дүрт мең саҡрым араға һуҙылған оҙайлы сәйәхәттең маҡсаты – «Кусто эҙҙәре буйлап» фильмдар циклын дауам итеү.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку