Йыл башынан республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡ ете процентҡа артҡан 03.06.2014

Май айында сусҡа ите илле һумға күтәрелгән. Сауҙа кәштәләрендә уның килограмы 220- 270 һум тора. Һыйырҙыҡына хаҡ үҙгәрешһеҙ. Тауыҡ итен уртаса 130 һумға алырға була. Тары ярмаһы дүрт процентҡа ҡиммәтләнгән. Йомортҡаға хаҡ киреһенсә төшкән, уның бер тиҫтәһен 39 һумға алырға мөмкин.

Ольга Лосева, Дәүләт статистикаһы федераль хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса территориаль органының бүлек етәксеһе урынбаҫары: «Картуф, кәбеҫтә, кишер, һуғанға хаҡтар күтәрелде. Ошондай тенденция күрше төбәктәрҙә лә күҙәтелә. Май айында ҡыяр, помидор һәм йомортҡаға хаҡ төштө. Тәмәке биш процентҡа ҡиммәтләнде. Аҙыҡ-түлектән тыш, башҡа төр тауарҙар баҙарында тотороҡлоҡ һаҡлана. Бары компьютер, смартфон һәм ҡайһы бер төҙөлөш материалдары ғына арзанайған».

Урал буйы федераль округында иң ҡиммәт бензин Башҡортостанда. Беҙҙә АИ-95 бензинының бер литры 33,98 һум тора. Һуңғы ваҡытта еңел автомобилде стандарт страховкалауға ла хаҡ артыуы күҙәтелә.

Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 
Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку

Яндекс.Метрика