Юл соҡорҙарын ремонтлауҙа яңы ҡорамал

Юл соҡорҙарын ремонтлауҙа яңы ҡорамал 06.02.2018

Уны ҡулланыу  ваҡытты һәм сығымдарҙы дүрт тапҡырға кәметә. Шуға күрә Өфөнөң Дим районында юл ремонтлау эштәре ҡышҡы һаҡындарҙа ла туҡтамай.

Өфөнөң Дим районында юл ремонтлаусылар иҫке проблеманы яңы ысул менән хәл итә. Тәгәрмәстәр ауырлығынан һәм һауа шарттарының бер йылыныуы, бер һыуыныуы арҡаһында хасил булған соҡорҙар башта сүп-сарҙан һәм ваҡ таш киҫәктәренән таҙартыла. Һуңынан асфальт өҫтөнә эмульсия һәм мастика менән тулыландырылған махсус шыйыҡса һибелә. Соҡорҙоң яртыһына  тығыҙ итеп асфальт түшәлгәс,  икенсе өлөшө һалына. Асфальт ҡатламы һуңғы этапта инфроҡыҙыл нурҙар ярҙамында йылытыла һәм ысул соҡор ямауҙа ҡулланылған материалдың сифатына зыян килтермәй, киреһенсә йәбешеү һәм ҡатыу кимәлен көсәйтә.
Туҡтауһыҙ  транспорт ағымы һәм һауа температураһының берсә йылынып, берсә һыуыныуы юл ҡатламы боҙолоуға сәбәпсе.  Асфальт -бетон ҡатламы айырыуса яҙлы-көҙлө осорҙа емерелеүгә дусар була. Ә ҡыш миҙгелендә соҡорҙар хасил булыуы -климаттың йылыныуы менән дә аңлатыла.
Был ҡорамал менән теләһә ниндәй һауа шарттарында ла юл соҡорҙарын ямарға мөмкин. Башта соҡор таҙартыла һуңынан ул шымартыла,һуңғы этапта уға  асфальт-бетон ҡатнашмаһы ҡушыла Соҡорҙы инфроҡыҙыл нурҙар ярҙамында йылытып ямау өсөн ни бары 30 минут самаһы ваҡыт талап ителә.
Асфальт ҡатламы һуңғы этапта инфроҡыҙыл нурҙар ярҙамында йылытыла һәм ысул соҡор ямауҙа ҡулланылған материалдың сифатына ла зыян килтермәй, киреһенсә, йәбешеү һәм ҡатыу кимәлен көсәйтә.
Машиналар үтеүсе юл өлөшөндә соҡорҙар һәм уйымдар 15х60х5 сантиметрҙан армаҫҡа тейеш. Юл соҡорҙары үҙ ваҡытында иҫәпкә алынып, тиҙ арала ремонтланмаһа, юл-транпорт фажиғәләре лә арта. Соҡорҙар һәм уйымдар ни тиклем бәләкәйерәк ваҡытында бөтөрөлһә, йылы миҙгелдә ремонт эштәре 3,5 тапҡыр кәмерәк башҡарыласаҡ. Инфроҡыҙыл нурҙар ҡулланыу ваҡыт һәм сифат өсөн дә отошло.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку