Ҡыш миҙгеле башланғансы, милек, ер һәм транспорт һалымдарын түләү мотлаҡ

Ҡыш миҙгеле башланғансы, милек, ер һәм транспорт һалымдарын түләү мотлаҡ 29.09.2017

25 сентябрҙән Рәсәй Почтаһы аша республикала йәшәүселәргә 2016 йыл өсөн һалымдары хаҡында белдереү ҡағыҙҙары тапшырыла башланы. Шунда уғ түләү квитанциялары ла  һалына. Буласаҡ сығымдар күләмен Федераль һалым хеҙмәтенең рәсми сайтында калькулятор ярҙамында алдан иҫәпләргә мөмкин. Теләүселәр шунда уҡ «Һалымыңды түлә» интернет-сервисын ҡулланып, онлайн-түләүҙәр башҡара ала. Шәхси кабинеттары булған граждандарға иһә белдереүҙәр электрон форматта килә. www.nalog.ru.

Быйыл милек һалымы 2015 йылда Башҡортостандың торлаҡ һәм торлаҡ булмаған фондына үткәрелгән кадастр баһалауының сираттағы тура һөҙөмтәләре буйынса билдәләнә. Белгестәр фекеренсә, элек һалым күләме объекттың инвентарь хаҡы буйынса иҫәпләнгәндә, ул мөлкәттең ғәмәлдәге баҙар хаҡынан ҡырҡа айырылған, сөнки бик күп факторҙар иҫәпкә алынмаған булған.  Мәҫәлән, объекттың урынлашыу ере, транспорт үтә алыу  мөмкинлеге, күсемһеҙ милек өсөн килешеү хаҡтары һәм башҡалар. Шуға ҡала үҙәгендә йәшәгән фатир хужаһының һалым өсөн сығымдары ҡала ситендә йәшәгән арзан торлаҡтан  аҙыраҡ ҡуйылған осраҡтар ҙа була. Кадастр хаҡы иһә баҙар хаҡына яҡыныраҡ. Уның күләме менән риза булмаусылар иһә идаралыҡ ҡарамағында алтынсы йыл эшләгән махсус комиссияға мөрәжәғәт итә ала. Коллегиаль органға төрлө ведомство вәкилдәре ингән.
Оксана Хәйруллина, федераль дәүләт теркәүе, кадастр һәм картография хеҙмәте етәксеһе ярҙамсыһы: «Былтыр ҙа беҙ күсемһеҙ милек өсөн һалымды уның кадастр хаҡынан сығып түләгәйнек. Тик унда 2011  йылғы баһалау материалдары ҡулланылғайны. Объекттың  кадастр хаҡын Федераль дәүләт теркәүе, кадастр һәм картография хеҙмәтенең рәсми сайтындағы махсус  онлайн-сервистарҙы  ҡулланып, йә шәхси кабинетҡа инеп белергә мөмкин».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку