Йорттар 3-д принтерында төҙөлә башлай 03.05.2017

Массачусет технология институтында эшләнгән төҙөлөш платформаһы уңышлы һынау үткән. Ул йорттарҙы һанаулы ваҡыт эсендә сафҡа индереү менән бер рәттән, башҡа төҙөлөш эштәрен дә башҡара ала.  Атап әйткәндә, манипуляторға өҫтәмә иретеп-йәбештереү аппараты, быраулау һәм экскаватор сүмесе урынлаштырырға мөмкин. Төҙөлөш принтерының  төп үҙенсәлеге мобиль булыуында. Сөнки башҡа ошондай аппараттарҙы күсереп йөрөтөп булмай.  

Дмитрий Эйгенсон, «Digital» Агентлығы етәксеһе: «Бер нисә йыл элек 3-д принтерҙары тәҡдим ителгәндән һуң, был технологияны төрлө өлкәләрҙә ҡулланыу мөмкинлеге асылды. Бигерәк тә ул төҙөлөш тармағында революция тыуҙырҙы. Уның ярҙамында төҙөлөштө тиҙләтергә, быға бәйле күсемһеҙ милеккә хаҡты төшөрөргә мөмкин».
Төҙөлөштәге инновация ҡоралын уйлап табыусылар был технология Ерҙә генә түгел, шулай уҡ башҡа планеталарҙа ла, беренсе сиратта, Марста ҡулланыласаҡ тигән ышаныс белдерә. Әйткәндәй, һуңғы йылдарҙа уны үҙләштереүгә эшҡыуарҙар ғына түгел, тотош дәүләттәр ҡыҙыҡһыныу белдерә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика