Йортмо, фатирмы?

Йортмо, фатирмы? 12.07.2017

Өфөләр был һорауҙы үҙҙәренә йыш бирә. Сөнки баш ҡалала бер бүлмәле фатир алыуға ҡарағанда, ҡала ситендә торлаҡ һатып алыу арзанғараҡ төшкән кеүек. Әммә, эксперттар фекеренсә, был оҙаҡҡа бармаясаҡ. Күсемһеҙ милек баҙары туҡтауһыҙ үҫә һәм ниндәйҙер ҡарар ҡабул итер алдынан, ябай ҡағиҙәләрҙе белеү мотлаҡ.  

Көн һайын Өфөлә уртаса 10 меңләп фатир һатыла. Белгестәр килтергән мәғлүмәттәр буйынса, әлеге ваҡытта ҡала ситендә лә ошонса уҡ торлаҡ һатыуға ҡуйылған. Әммә ҡала эсендәге квадрат метрҙар үтемле булһа, йорттар йылдар буйына һатылыуы мөмкин. Был осраҡта һатып алыусылар торлаҡтың ҡалаға яҡынлығы һәм хаҡынан тыш, уның торошон, ут һәм һыу менән тәьмин ителеү, ҡышҡыһын юлдарҙы хеҙмәтләндереү сифатына өҫтөнлөк бирә.  
Елена Андреева, «Эксперт» күсемһеҙ милек агентлығы федераль селтәренең генераль директоры: «Шәхси ихаталы булам тиһәң, мөмкинлектәр киң.  Бында йәшәү өсөн яҡшы  шарттар - саф һауа, экологик яҡтан таҙа, матур  йәшеллек... Ер участкаларында сәскәләр, төрлө емеш-еләктәр үҫтерергә мөмкин».
Өфөлә фатир һайлау еңелерәк - төп иғтибар торлаҡтың районы, хаҡы һәм инфраструктураһына йүнәлтелә. Һуңғы арала фатир  һатып алыу хаҡында ҡарарға подъездарҙа лифттар үҙенсәлеге, идарасы компания эшмәкәрлеге һәм ихатаның сифаты ла иҫәпкә алына.
Екатерина Прокудина, «Госстрой» компаниялар төркөмөнөң һатыу бүлеге етәксеһе: «Госстрой» компанияһы торлаҡҡа эйә булыу өсөн бер нисә отошло программа тәҡдим итә. Хәҙер тәүге иғәнәһеҙ, процентһыҙ бүлеп түләү юлы һәм трейдин программаһы буйынса - иҫке торлаҡты яңыһына алыштырырға ла мөмкин».
Ҡарар ҡабул итеү еңелерәк булһын өсөн, белгестәр бөтә плюс һәм минустарҙы бер таблицаға төшөрөргә кәңәш итә. Фатир һәм йорт. Уларрҙың хаҡы, ҡалаға яҡынлығы, хәүефһеҙлеге, ихата сифаты һәм машина ҡуйыу өсөн уңайлыҡ. Әгәр ҙә хаҡтар бер төрлө булып та, плюстар йорт йәки фатир файҙаһына икән, әлбиттә, был күренеш  һеҙҙең бер үк суммаға  отошлораҡ мөмкинлектәргә эйә булыуығыҙҙы күрһәтә.  



Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку