Яңы йыл алдынан Сибай ҡала хакимиәтендә 8 йәш ғаиләгә торлаҡ сертификаттары тапшырылды

Яңы йыл алдынан Сибай ҡала хакимиәтендә 8 йәш ғаиләгә торлаҡ сертификаттары тапшырылды   16.12.2017

Йәш ата-әсәләрҙең  торлаҡ проблемаһы  2011-2015 йылдарҙа балалары тыуған һәм 2015 йылдың 31 декабренә тиклем тәрбиәгә бала алған һәм торлаҡ шарттарын яҡшыртыуҙа мохтаж йәш ғаиләләргә республика  дәүләт ярҙамы программаһы сиктәрендә хәл ителде.

Социаль түләүҙең дөйөм хаҡы 2 миллион һумдан ашыу.  Республика бюджетынан бүленгән субсидия торлаҡ шарттарын яҡшыртыу хаҡында килешеүгә ярашлы, бурыстың төп суммаһын һәм проценттарын ҡаплау, штраф, комиссиялар һәм пеняларҙы түләүгә бүленә. Әлеге ваҡытта бала тыуыу һәм уны тәрбиәгә алыуға бәйле торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаждар исемлегендә 80 ғаилә сиратта тора.  
Айгөл Йосопова: «4 йыл элек беҙ ошо программа буйынса сиратҡа торғайныҡ. Яңы йыл алдынан был бик ҙур бүләк. Хатта, ышанғы ла килмәй. Беҙ бик шат!»
Илфат Дәүләкәнов: «Был йәш ғаиләләргә оло ярҙам. Шатлығыбыҙ ҙур. Барыһына ла ҙур рәхмәт».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку