Яңы йыл алдынан барыбыҙ ҙа бүләктәр алырға күнеккәнбеҙ

Яңы йыл алдынан барыбыҙ ҙа бүләктәр алырға күнеккәнбеҙ 29.12.2017

Ә  Баймаҡ районының  Түбә ҡасабаһына  байрам алдынан  зәңгәр яғыулыҡ килде. Тәбиғи газға тәү сиратта урындағы мәктәп һәм табип амбулаторияһы биналары тоташтырылды. Киләһе йылдан был ойошмалар өсөн ҡышҡылыҡҡа утын, күмер әҙерләү проблемаһы артта ҡала.

Түбә ауылында газ селтәрҙәре төҙөлөшө бер нисә йыл дауамында барҙы. Сөнки ауыл ерҙәрен зәңгәр яғыулыҡҡа тоташтырыу ул ҡайҙа ла  актуаль мәсьәләрҙең береһе булһа ла, уны төҙөү ҙә , вакытында финанслау ҙа  еңел генә хәл ителә торған проблема түгел. Ә райондың ялан төбәгендә урынлашҡан Түбә ҡасабаһы өсөн тәбиғи газ ул күптән көтөлгән сара.
Ауыл өсөн социаль әһәмиәтле биналар тәү сиратта зәңгәр яғыулыҡҡа тоташтырылһа, йыл башынан шәхси йорттар ҙа тәбиғи газ менән файҙалана башлар тип көтөлә.  Әлеге көндә  80 кеше үҙ ғаризаһын биргән дә инде.
Ауылдарға зәңгәр яғыулыҡ һуҙыу ул  Баймаҡ районында алып барылған өҫтөнлөклө инвестиция программаларының  береһе.  Бөгөнгө көндә  зауыҡ менән йәшәргә күнеккән  кешеләр өсөн дә, агросәнәғәт комплексы һәм социаль өлкә өсөн дә  газ - ул  уңайлы шарттарҙың иң мөһимелер.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку