Йәш белгестәргә дәртләндереү сараһы

Йәш белгестәргә дәртләндереү сараһы 18.11.2017

Дүртөйлө районы Киров исемендәге  ауыл хужалығы предприятиеһына яңы эшкә килеүселәр торлаҡ менән тәьмин ителә. Йорт тулыһынса бушлай бирелә. Хеҙмәткәргә  тырышып эшләргә генә ҡала.

Программала ҡатнашыусылар араһында Бәҙретдиновтар ҙа бар. Ғаилә ҡорғас тәүге йылдарҙа ҡалалы ҡуртымдағы  фатирҙа  йәшәп ҡарағандан һуң йәштәр ауылға ҡайтырға ҡарар итә. Урындағы хужалыҡ ябай малсы булып эшкә инәлә. Бер йыл тигәндә предприятие йәштәргә  Өсбүлә ауылында уларҙың бынамын тигән ҡарағай йорт һалып бирә. Тулыһынса бушлай. Йәштәргә бер генә шарт кәмендә 5 йыл предприятила эшләргә генә кәрәк.
Киров исемендәге  ауыл хужалығы предприятиеһы тоҡомло малсылыҡ менән шөғөлләнә. Йәш көстәргә ихтияж ҙур. Белгестәрҙе йәлеп итеү маҡсатында предприятие ауылдарҙың социаль үҫеше программаһында ҡатнаша. Эшкә килеүселәрҙең торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн хужалыҡҡа федераль ҡаҙнанан субсидия бүленә. Һөҙөмтәлә ауыл ерендә  кадрҙар менән ҡытлыҡ мәсьәләһе хәл ителә һәм  социаль инфраструктура ла камиллаштырыла. Программа нигеҙендә Өсбүлә ауылында тотош бер биҫтә барлыҡҡа килгән.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку