Йүнсел йүнен таба

Йүнсел йүнен таба 01.07.2014

Баймаҡ районында һуңғы йылдарҙа эшҡыуар йәштәр һаны арта. Белгестәр был күренеште Урал аръяғын үҫтереү буйынса маҡсатлы программаның үтәлешенә бәйләй.

Баймаҡ районында һуңғы йылдарҙа эшҡыуар йәштәр һаны арта. Белгестәр был күренеште Урал аръяғын үҫтереү буйынса маҡсатлы программаның үтәлешенә бәйләй.

Өс йыл инде йәш эшҡыуар Рөстәм Ҡоланбаев һыу торбалары, канализация, йылылыҡ селтәрҙәре үткәреү, уларҙы яңыртыу менән шөғөлләнә. Эште башлап ебәреүҙә уға маҡсатлы программа сиктәрендә бүленгән субсидиялар ярҙам иткән.

Алты кешенән торған ойошма әлеге мәлдә яңы төҙөлөп ятҡан балалар баҡсаһына һыу торбалары үткәреү менән мәшғүл. Егеттәр Баймаҡ районы менән генә сикләнмәй, икенсе тарафтарҙа ла халыҡты хеҙмәтләндерә. Эштең төп һөҙөмтәһе - халыҡҡа күрһәтелгән хеҙмәт сифатының яҡшырыуы. Эшҡыуарлыҡ тармағының үҫеше урындағы мәшғүллек мәсьәләһенә лә ыңғай йоғонто яһай. Бынан тыш, төбәккә инвестициялар йәлеп итеү эшмәкәрлеге лә Хөкүмәт иғтибарында. Иҡтисадҡа капитал һалыуҙар йүнәлтеүселәргә дәүләт ярҙамы күрһәтеү өсөн ғәмәлдәге закондарға үҙгәрештәр раҫланды. Уға ярашлы, 30 миллион һум күләмендә инвестиция һалыусылар өҫтөнлөклө проекттар исемлегенә индерелә. Төбәкте үҫтереү буйынса маҡсатлы программаның үтәлеше аҙна аҙағында Урал аръяғы иҡтисади форумында ҡарала.


Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку