Вакансиялар йәрминкәһе

Вакансиялар йәрминкәһе 11.01.2018

Бөгөн Өфөнөң халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәгендә транспорт һәм элемтә тармағы предприятиелары эш тәҡдим итте.

Мәшғүллек үҙәгендә вакансиялар йәрминкәһе даими ойошторола, бөгөнгө сара быйыл тәүгеһе. Унда барлығы 300-ҙән ашыу эш урыны тәҡдим ителә. Бигерәк тә эшсе һөнәрҙәргә ихтыяж ҙур. Күп кенә предприятиелар уҡытыу, оҫталыҡ дәрестәре лә ойоштора. Хеҙмәт хаҡы һайлаған һөнәргә ҡарап. Мәҫәлән, Өфөнөң вагон участкаһы  пассажир вагондарына оҙатып йөрөүселәр эҙләй, өс айлыҡ курстар ойошторола, стипендия ла ҡаралған.
Эш эҙләүселәр күңеленә ятҡан вакансия тапмаһа, предприятие  вәкилдәренә резюме ҡалдырып китә ала. Һорау булыу менән улар менән бәйләнешкә сығыла. Мөрәжәғәт итеүселәр араһында йәштәр ҙә, өлкән быуын вәкилдәре лә бар. Күптәр хаҡлы ялға сыҡҡас өйҙә буш ятырға теләмәй эш эҙләп килгән. Мәҫәлән,  тәжрибәле водитель Илдус Ҡорамшин, пенсияла булһам да эшләргә тәжрибәм дә, һаулығым да етә, тип белдерә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку