Утын урынына пеллеттар

Утын урынына пеллеттар 03.08.2016

Йылайыр районы Иван-Ҡыуалат ауылының мәғариф учреждениелары ҡышҡылыҡҡа башҡалар кеүек утын түгел, ә бораҡ әҙерләй. Дөрөҫ, махсус эшкәртелгәнен һәм гранулланғанын. Яғыулыҡтың был төрөн Йылайыр районы үҙәгендә етештерәләр. Учреждениелар уның килограмын 6 һумға һатып ала. Ә утын күпкә ҡиммәтерәккә төшә, ти уҡытыусылар.

Александр Тарасовҡа хәҙер утын ярып, өйөп киптереп , һуңынан ташып аҙапланаһы түгел. Яғыулыҡты ул тоҡтарҙа ғына һатып  ала. Уны  махсус мейескә ауҙара ла эш тә тамам.  Ысынында мал аҙығына оҡшап торған гранулалар ҙа ағастан эшләнә. Тик уны әҙерләүгә яҡшы материал түгел, ә бораҡ ҡулланыла. Шулай ҙа файҙаһы яғынан утындан һис тә ҡалышмай, ти кочегар.
Пеллеттарҙы  ябай ҡаҙанлыҡтарҙа яндырыуҙың әһәмиәте юҡ. Иван-Ҡыуалаттар бының өсөн махсус мейестәр һатып алған. Береһе мәктәптә торһа, икенсеһен балалар баҡсаһына урынлаштырғандар.  Әле бындай ҡоролмалар тотош республикала һирәк. Гараж, ангар йылытыу өсөн генә ҡулланалар, ә бына социаль учреждениеларҙы йылытыуҙа Йылайыр тәжрибәһе тәүге.
Иң мөһиме урындағы бюджетҡа экономия. Пеллеттарҙың бер килограмы 6 һум. Утын яғыуҙы туҡтатҡандан һуң һәр йылытыу миҙгеленә алтмыш мең һум аҡса янда ҡала, ти хакимиәт башлығы.
Ҡыш айҙарында ауылдың мәғариф учреждениеларын йылытыу өсөн 60 тонна яғыулыҡ  кәрәк. Әле талап ителгәндең 40 проценты әҙерләнгән дә инде. Пеллеттар менән йылытыу миҙгелендә өҙөклөктәр булмаясаҡ,  ти уҡытыусылар.

Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика