Урындағы башланғыстарға ярҙам итеү программаһына өс йөҙ миллион һум

Урындағы башланғыстарға ярҙам итеү  программаһына өс йөҙ миллион һум 20.09.2016

Быйыл проектта ҡатнашыусылар менән бер рәттән уны финаслау ҙа күпкә артты. Шулай ҙа берҙәм эшкә халыҡ та әүҙем ҡушыларға тейеш, ти программа авторҙары. Айырыуса, эшҡыуарҙар. Урындағы башланғыстарҙы тормошҡа ашырыуҙа бизнестың өлөшө ниндәй булырға тейеш? Был һорау баш ҡалала үткән кәңәшмәлә өйрәнелде.

Күптән түгел генә был урында үткеһеҙ йырын һәм шырлыҡ булыуын күҙ алдына ла килтереүе ауыр.  Йылайыр ауылы уртаһындағы бушлыҡта  барлыҡҡа килгән балалар майҙансығы хәҙер кескәйҙәрҙең яратҡан урыны.
Уйын майҙансығы Йылайырҙа йәшәүсе халыҡтың кескәйҙәргә бүләге. Балалар уйнарлыҡ урын булдырыу тураһында улар күптән хыялланған. Урындағы башланғыстарға ярҙам итеү программаһы барлыҡҡа килеү менән халыҡ бер тауыштан майҙансыҡ төҙөтөргә ҡарар иткән.
Балалар майҙансығын төҙөүгә йәмғеһе 1 миллион 8 йөҙ мең һумға яҡын аҡса тотонолған. Шуның 1 миллион 377 меңе республика бюджетынан, ә ҡалған өлөшөн урындағы халыҡ һәм эшҡыуарҙар йыйған.  Был аҡсаларға ер тигеҙләнгән, йыһаздар һатып алынған, фонтан урынлаштырылған һәм майҙансыҡ тирәләй камералар ҡуйылған.Улар аша һәр ата-әсә үҙ  балаһының ҡайҙа йөрөүен, нисек уйнауын күҙәтә ала.
Иван-ҡыуалат ауылы халҡы программала ҡатнашып алған аҡсаларға трактор һатып алыуҙы хуп күргән. Техника төпкөл ауыл өсөн ярҙамсы ғына түгел, ҡотҡарыусы ла. Ҡышҡы бурандарҙа юл һөрөү, коммуникациялар үткәреү, башҡа көндәлек эштәрҙе башҡарыу хәҙер бер ни тормай. Кемгәлер инәлеп йөрөү ҙә кәрәкмәй.
Иван Семенов, Иван-Ҡыуалат ауылының инициатив төркөмө етәксеһе: «Трактор һатып алыуға беҙгә   913 мең һум аҡса кәрәк ине. Шуның 60 меңен ауыл халҡы йыйыҙы. Тағы ла 121 мең һумды бағыусылар өҫтәне. Кешеләр аҡсаны бик теләп тапшырҙы, сөнки трактор юҡлығы үҙәккә үткәйне. Ауылда техника бар ул, әммә һәр ваҡыт инәлеп йөрөгө килмәй. Шуға был программала ҡатнашырға булдыҡ».
Йылайыр районы урындағы башланғыстарға ярҙам итеү программаһына иң тәүге һәм әүҙем ҡушылыусыларҙың береһе. Уның ярҙамында төбәктә байтаҡ көнүҙәк социаль мәсьәләр хәл ителгән. Ауылдарҙа  һыу үткәрелгән, юл һалынған, урамдар яҡтыртылған.
Программаның географияһы киңәйеү менән ҡаҙнанан бүленгән аҡса күләме лә бермә-бер артҡан. Быйыл 487  урындағы башланғысҡа ярҙам итеү өсөн 3 йөҙ миллион һум аҡса бүленәсәк. Программаны ойоштороусылар әйтеүенсә, был эшкә йүнселдәрҙе әүҙемерәк йәлеп итеү кәрәк. Эшҡыуарҙар ярҙамы менән был программа күпкә һөҙөмтәлерәк булыр ине, ти белгестәр.
Рида Собханғолова, Башҡортостандың финанс министры: «Кәңәшмәлә беҙ эшҡыуарлыҡ даирәләрен социаль мәсьәләләрҙе хәл итеүгә әүҙемерәк йәлеп итеү, программала ҡатнашыусыларға ҡаралған ташламалар, хәүеф ихтималлығын тикшерәсәкбеҙ. Һәр хәлдә   өс яҡ өсөн дә отошло , уртаҡ фекергә килергә тейешбеҙ».
Программаны тағы ла киңерәк йәйелдереү юлдары ,уның авторҙары-бөтә донъя банкы вәкилдәре менән өйрәнелде. Халыҡты бюджет процессына йәлеп итеү, йәмғиәткә тәү кәрәк объекттарҙы ғына финанслау юғары һөҙөмтәләр бирә. Республика иһә киләсәктә ошо өлгөлә тағы ла бер нисә проект башларға иҫәп тота.



Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика