Урындағы ҡаҙнаға өҫтәмә килем, ә халыҡҡа яңы эш урындары

Урындағы ҡаҙнаға өҫтәмә килем, ә халыҡҡа яңы эш урындары 27.07.2016

Йылайырҙа тегеү цехы сафҡа индерелде. Был предприятие көнъяҡ райондарҙа  тормошҡа ашырылған инвестиция проектының өсөнсө сираты. Ошондай уҡ тегеү цехтары күптән түгел генә Әбйәлил һәм Баймаҡ райондарында барлыҡҡа килгәйне. Йылайырҙа ла предприятиеның асылыуын халыҡ түҙемһеҙлек менән көткән. Әле яңы эш урындарын хеҙмәткәрҙәр менән тулыландырыу бара. Тегеү цехы мөмкинлектәре менән беҙҙең хәбәрселәр ҙә ҡыҙыҡһынды.

Гөлмира Йоманиязова әле теген машинаһы менән ,, һеҙ,, кимәлендә генә аралаша. Ләкин киләсәктә етеҙ йүгергән  энәләр аҫтынан яҡшы сифатлы  кейем-һалым сығасағына шик юҡ. Өйрәнсек ҡыҙ һөнәр үҙләштереүгә  ныҡышмалы тотонған. Был аңлашыла. Уҡыуҙы тамамлап эш таба алмай аҙапланған Гөлмираға  тегеү цехы асылыуы үҙ тормошон яйға һалыуға өмөт уята.
Ләкин Гөлмираға тегенсе булып китеү еңелдән булмаясаҡ. Уның үксәһенә тәжрибәлерәк тегенселәр баҫып  килә. Йылайырҙа быға тиклем һөнәрселек училищеһы эшләп килгән. Миләүшә Бохарова унда  тегенсегә уҡыған. Эш тәжрибәһе булмаһа ла бер өйрәнгән ҡул үткәндәрҙе тиҙ хәтергә төшөрә, ти ул.
Яңы сафҡа ингән тегеү цехы илле кешене эш урыны менән тәьмин итәсәк, Ләкин бында эләгеү өсөн һынау ҙур. Тәүҙә ҡытаны-ҡыҙҙар  ике ай буйы әҙерлек курстары  үтә. Бының өсөн улар хатта стипендия ла ала. Эшкә һәләтлеләр генә  алынасаҡ.
Тегеү цехы Йылайыр районы  һәм сит төбәк инвесторҙары менән берлектә башҡарылған проект. Урындағы етәкселек эшҡыуарҙарға бина менән ярҙам итә. Инвесторҙар иһә уны тегеү машиналары менән йыһазландыра. Киләсәктә бында эш  , балалар кейемдәре һәм башҡа еңел әйберҙәр етештерәсәктәр.
Әйткәндәй, эштәр яҡшы барһа цехтың үҙен дә киңәйтеү ҡарала. Бәлки киләсәктә тап көнъяҡ райондар республиканың еңел сәнәғәт тармағын етәкләр. Ә был инде урал аръяғы райондары өсөн төп мәсьәлә-эшһеҙлекте хәл итеүгә хәл иткес аҙым буласаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку