Ҙур химия - оло мөмкинлектәр

Ҙур химия - оло мөмкинлектәр 29.05.2014

Өфөлә «Ҙур химия» тип исемләнгән халыҡ-ара форум асылды. Дүртенсе тапҡыр ойошторолған сарала донъяның төрлө төбәктәренән һәм сит илдәрҙән делегаттар йыйылған. Нефть химияһы һәм газ сәнәғәте ил иҡтисадының нигеҙе. Донъяуи аренала барған хәл-ваҡиғалар тармаҡты үҫтереүгә үҙ талаптарын ҡуя. Бындай шарттарҙа нефть эшкәртеү һәм химия өлкәһендә башҡаса эш алымдары булдырылырға тейеш. «Ҙур химия» форумы был йәһәттән профессиональ фекер алышыу майҙанына әйләнде.

Өфөлә «Ҙур химия» тип исемләнгән халыҡ-ара форум асылды. Дүртенсе тапҡыр ойошторолған сарала донъяның төрлө төбәктәренән һәм сит илдәрҙән делегаттар йыйылған. Нефть химияһы һәм газ сәнәғәте ил иҡтисадының нигеҙе. Донъяуи аренала барған хәл-ваҡиғалар тармаҡты үҫтереүгә үҙ талаптарын ҡуя. Бындай шарттарҙа нефть эшкәртеү һәм химия өлкәһендә башҡаса эш алымдары булдырылырға тейеш. «Ҙур химия» форумы был йәһәттән профессиональ фекер алышыу майҙанына әйләнде.

Донъяуи иҡтисади майҙанда сыуалыштар барғанда нефть эшкәртеү һәм химия өлкәһе белгестәренең килеп тыуған проблемаларҙы уртаға һалып фекер алышыуы көнүҙәк. «Ҙур химия» форумы был йәһәттән ҙур мөмкинлектәр аса. Сөнки өс йыл эсендә күләмле сара илдең ҡеүәтле компаниялары һәм белгестәренең иғтибарын йәлеп итеп өлгөрҙө лә инде. Көнбайыштың башбаштаҡлығы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән ҡаршылыҡтарға әҙер булырға кәрәк, тине Республика Президенты Рөстәм Хәмитов. Бының өсөн компанияларға үҙ-ара конкуренцияны онотоп торорға һәм тәрән эшкәртеүҙә сит илдәргә бәйлелекте кәметеү мөһим.

Был йәһәттән нефть эшкәртеү һәм химия тармағында кластерҙар төҙөү урынлы булыр ине, тигән фекерҙә Рөстәм Хәмитов. Әйткәндәй, төбәк етәксеһе был тәҡдимде күптән әйтеп килә. Быйыл иһә берҙәм эш алымы булдырыу көн талабына әйләнде.

Әле нефть химияһы тармағы башлыса сит ил ҡорамалдарын файҙалана. Шул уҡ ваҡытта үҙебеҙҙә арзан һәм сит илдә етештерелгән аналогтарҙан ҡалышмаған ҡорамалдар ҙа етерлек. Миҫал итеп Ишембайҙа эшләнгән катализаторҙарҙы ғына алырға мөмкин. Завод туғыҙ мең тонна тауар етештереү мөмкинлегенә эйә булып та өс йөҙ тонна ғына сығара. Үҙебеҙҙең ҡорамалдарға өҫтөнлөк биргәндә беҙҙән дә ҡеүәтлерәк ил булмаҫ ине, ти белгестәр. Ә инде был аҙымдың тәүбәгә килгәс кенә яһалыуы ул тиклем яҡшы һөҙөмтә күрһәтмәүе асыҡ. Әммә ул берҙән-бер юл. Сит ил эшҡыуарҙарының үҙ аҡсаларын юғалтырға теләмәүе һәм чиновниктарҙан айырмалы, бизнесты сәйәсәт менән бутамауҙары ғына хәлде бер аҙ еңелләштерә. «Ҙур химияла» Америка Ҡушма Штаттарынан килгән белгестәрҙең ҡатнашыуы ошоға дәлил.

Быйыл форумға Рәсәйҙең яңы төбәге - Ҡырым вәкилдәре лә килде. Ярымутрауҙың сода заводына Башҡортостан компанияһынан үҙләштерәһе тәжрибә байтаҡ. Ике компанияның уртаҡ проблемалары ла бар. «Ҙур химиянан» Ҡырым ҡунаҡтары үҫеш мөмкинлектәре өмөт итә.

«Ҙур химия» форумының тәүге көнө үк һөҙөмтәле үтте. Башҡортостан Хөкүмәте Берләштерелгән нефть химияһы компанияһы менән менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөнө. Уға ярашлы, республикала полиэтилентерефталат етештереү буйынса яңы завод төҙөү күҙаллана.

«Ҙур химия» ике көнгә иҫәпләнгән. Кәңәшмә һөҙөмтәләре буйынса федераль округта нефть, газ һәм химия тармағын үҫтереүгә ҡағылышлы резолюция ҡабул ителәсәк. Тармаҡтың артабанғы стратегияһы ошо документҡа ярашлы башҡарыласаҡ.

Айнур Кәбиров


Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку