Ҙур донъяға юл...

Ҙур донъяға юл... 08.12.2017

Салауат районы федераль программаларҙа уңышлы ҡатнаша. Былтыр «Бәләкәй ауылдарға юл»  программаһы буйынса Ташауыл ауылына өс саҡрымға яҡын юл һалынған. Был ауыл халҡынан тыш, төбәккә килеүсе туристарға ла уңайлыҡтар тыуҙырған.

Ошо көндәрҙә Салауат районы Көҫәпәй ауылы халҡы ла  күтәреңке кәйеф менән йәшәй. Оҙаҡ йылдар дауамында ауылға илтеүсе юл түбән сифатлы булған. Ниһайәт, яңы һалынған асфальт һәм күперҙәр Көҫәпәйҙәр тормошон күпкә  уңайлыраҡ  итәсәк.
Салауат районында «Ауыл биләмәләренең тотороҡло үҫеше» федераль маҡсатлы программаһы ла уңышлы тормошҡа ашырыла. Көҫәпәй ауылын Кропачев - Мәсәғүт - Красноуфимск  менән тоташтырған дүрт саҡрымда юл төҙөлөшө 2017 йылдың майында башланған һәм эш 20 декабргә тулыһынса тамамланыр тип күҙаллана. Ошоға тиклем аҫылмалы күпер аша тормош көтөргө мәжбүр булған ауыл халҡының һәм фермерҙарҙың тормошо күпкә яҡшырасаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку