Уҙған ял көндәрендә республика район-ҡалаларында ойошторолған көҙгө йәрминкәләрҙә 32,3 миллион һумлыҡ продукция һатылған

Уҙған ял көндәрендә республика район-ҡалаларында ойошторолған көҙгө йәрминкәләрҙә  32,3 миллион һумлыҡ продукция һатылған 21.09.2015

Сауҙа майҙандарына 36,1 тонна бал, 251,2 тонна йәшелсә, 777 тонна картуф сығарылған. Икенсе икмәктең килограмы уртаса 13-25, кишер - 15-30, кәбеҫтә 18-25, сөгөлдөр - 15-30, һуған - 15-25, бал - 250-400 һумға тәҡдим ителгән. Һыйыр итенең килограмы 200-350, сусҡаныҡы - 200-300, һарыҡ ите - 250-330,  ҡош ите - 85-300 һумға һатылған. Иң күп сауҙа рәттәре Өфөлә йәйелдерелгән. Баш ҡалала шәмбе туғыҙ, йәкшәмбе алты йәрминкә майҙаны эшләгән. Республика буйынса бөтәһе 1528 сауҙа урыны ойошторлған, тип хәбәр итә Башҡортостандың ауыл хужалығы министрлығы.

.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика