Тырыштар һыуҙан да килем ала

Тырыштар һыуҙан да килем ала 09.06.2015

Нуриман районында алкоголһеҙ эсемлектәр буйынса завод асылды. Уның төҙөлөшө ике йыл элек башлана. Хәҙер  һыу продуцияһы Рәсәй төбәктәренә лә һатыуға сығарыласаҡ. Ә иң мөһиме, төбәктә яңы эш урындары булдырылды.

Татарстан эшҡыуары Булат Баязитов  егерме йылдан ашыу һыуҙан аҡса эшләй, йәғни газлы һәм тәбиғи эсемлек етештереү менән шөғөлләнә. Башҡортостанда был йүнәлеш буйынса предприятие булдырыу - уның күптәнге хыялы була. Ике йыл элек ул Нуриман районында төҙөлөш эштәрен башлауға ирешә. «Эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеүгә бер ниндәй ҙә ҡаршылыҡтар булманы», - ти яңы завод етәксеһе.
Башҡортостанда йәнә бер маркалы эсемлек барлыҡҡа килде. Төрлө күләмдәге һауыттарға таҙа һыу ҡойола. Газлы минераль һыу ҙа етештерелә. Нуриман районы халҡы алкоголһеҙ эсемлектәр заводының асылыуын  түҙемһеҙлек менән көтөп ала. Барлығы 45 эш урыны булдырылған, әлегә ун биш кеше эшләй. Өфөнән килеүселәр ҙә бар. Һәр кем  үҙ вазифаһын яҡшы белә. Бында иң мөһиме - иғтибарлы булыу һәм эште намыҫлы башҡарыу.
Роза Сөләймәнова, алкоголһеҙ эсемлектәр заводы операторы: «Баҫып торғанда мин ҡарарға тейешмен участкамда һыуҙың тултырылып бөтмәгәнен, һауыттарҙың брак булмағанын, пробкаларҙың һәйбәт ябылғанын. Унан һуң китә икенсе линияға».
Пландар күп. Киләсәктә ассортиментты төрлөләндереү күҙаллана. Шарттар ҙа бар. Заводтың майҙаны киң, урын етерлек, һыуҙың сифаты ла яҡшы.
Заводта тағы ла бер йүнәлеш асыласаҡ. Бында 19 литрлыҡ һауыттарға ла эсә торған һыу ҡойоласаҡ һәм ул да һатыуға сығараласаҡ. Иң мөһиме, бында эш барышын ике генә кеше күҙәтәсәк.
Республикала төньяҡ-көнсығыш райондарын социаль-иҡтисади үҫтереү комплекслы программаһы эшләй башлағандан һуң ыңғай үҙгәрештәр күҙәтелә. Әйтәйек, Нуриманда бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнергә теләүселәр арта. Уларға төрлө ташламалар яһала.
Нуриман районында бәләкәй эшҡыуарлыҡтан тыш, ауыл хужалығы буйынса яңы объекттар булдырыу ҙа күҙаллана. Әле бында һөт комплексы төҙөлөшө башланған. Һөт продукцияһы менән һатыу итеү ҙә төбәк өсөн ярайһы уҡ табышлы буласаҡ.
Гөлназ Хәйбуллина

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку