Транспорт һалымын түләмәүселәрҙең водитель таныҡлығы тартып алынасаҡ

Транспорт һалымын түләмәүселәрҙең водитель таныҡлығы тартып алынасаҡ 22.02.2017

Был турала бөгөн Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтайҙың 39-сы ултырышында  Парламент рәйесе Константин Толкачев белдерҙе. Ултырышта шулай уҡ өс тиҫтә тирәһе закон проекты ла ҡаралды.

Сауҙа кәштәләрендәге  продукцияға иғтибар көсәйә, бөгөн депутаттар  беренсе уҡыуҙа аҙыҡ-түлек баҙарында хәүефһеҙлек һәм сифатты яҡшыртыу буйынса  закон проектын ҡараны. Был ҡулланылған ризыҡтың сифаты буйынса дәғүәләрҙең  артыуы менән бәйле. Элек контроль эшен федераль органдар ғына алып бара, хәҙер төбәк учреждениеларының да мөмкинлеге киңәйә. Был халыҡтың сәләмәтлеген  һаҡлау өсөн башҡарыла.
Йәмәғәт  палатаһының да вәкәләттәре арттырыла.  Ҡануни документҡа индерелгән өҫтәмәләргә ярашлы, контроль системаһы камиллаштырыла, составты һайлап алыу ҡәтғиләшә.  Йәмәғәт палатаһы ағзаларының биографияһында ҡара таптар булмаҫҡа тейеш.
Транспорт һалымын ваҡытында түләмәүселәрҙе лә яңылыҡтар көтә. Киләсәктә уларҙың водитель таныҡлығы тартып алыныуы һәм тимер ат менән идара итеүҙән  мәхрүм ителеүҙәре бар. Депутаттар был туралағы ҡануни башланғысты Дәүләт Думаһына оҙатасаҡ.
Парламент ултырышында  шулай уҡ республикаға капиталь һалыуҙар индергән инвесторҙарҙың табышына түбән һалым ставкаһы билдәләү хаҡындағы закон проекты ла ҡаралды. Башҡортостандың өс йылға  бюджеты тураһындағы ҡануни  документ та үҙгәрештәр кисерәсәк. Был ойошмаларҙың, физик шәхестәрҙең килеменә һалымдарҙың, акциздарҙың үҙгәреүе,  республика адреслы инвестиция программаһының  структураһы  алмашыныуы, юл фонды сығымдарының арттырылыуы, сәнәғәтте үҫтереү фондын  ойоштороуға финанстар тотонолоуы кеүек пукттар менән бәйле. Парламент ултырышында эске эштәр министрлығының үткән йылғы эшмәкәрлеге буйынса йомғаҡлау отчеты ла тыңланды.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика