Торлаҡ сафҡа индереү буйынса Башҡортостан йәнә алдынғылар рәтендә

Торлаҡ сафҡа индереү буйынса Башҡортостан йәнә алдынғылар рәтендә 31.03.2017

2016 йылда республиканың социаль-иҡтисади үҫеш һөҙөмтәләренә арналған республика хөкүмәте ултырышында торлаҡ төҙөлөшө өлкәһе юғары баһаланды. Башҡортостанда былтыр 2 миллион 700 квадрат метр  файҙаланыуға тапшырылған, 2015 йыл менән сағыштырғанда, күрһәткес 0,3 процентҡа юғары. Башҡортостан был йүнәлештә Рәсәй һәм Волга буйы федераль округында лайыҡлы урында.

Ян Фельдман, «Госстрой» компаниялар төркөмөнөң башҡарма директоры: «Башҡортостандың торлаҡ баҙарындағы барлыҡ үҙгәрештәрҙе лә яҡшы тоябыҙ. Әлеге трендтарға килгәндә, төҙөүселәр иҡтисади ысынбарлыҡҡа күнегеп, проекттарын ғәмәлгә ашырыу өсөн  баҙар мөмкинлектәрен файҙаланырға тырыша тип  тулы ышаныс менән әйтә алам. 2017 йылдың беренсе кварталы һөҙөмтәләре буйынса «Госстрой» компаниялар төркөмө төбәк баҙарында ныҡлы үҫеш күрһәтте, күрһәткестәр дөйөм Рәсәй менән сағыштырғанда ла яҡшыра бара. Объекттарҙа эш ҡайнай. Апрелдә уларҙың тәүгеләрен  сафҡа индерәсәкбеҙ».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку