Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ объектарын шәхси ҡулдарға тапшырыу- ҙур хәүеф менән янай

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ объектарын шәхси ҡулдарға тапшырыу- ҙур хәүеф менән янай 20.09.2014

Был турала Рөстәм Хәмитов Сочиҙа уҙған инвестиция форумында белдерҙе.

Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Дмитрий Козак етәкселегендә үткән кәңәшмәлә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһенә шәхси инвестицияларҙы йәлеп итеү мәсьәләһе тикшерелде. Рәсәйҙә был тармаҡта ышаныслы һәм табышлы бизнес алып барырға мөмкинлек  биргән норматив-хоҡуҡи база төҙөлгән. Әммә шәхси аҡсалар менән әлегә хужалыҡты модернизациялау ышаныс уятмай. Сөнки дәүләт- шәхси партнерлыҡты  һөҙөмтәле һәм файҙалы тәьмин итеү һаман да  көнүҙәк бурыс һанала. Рөстәм Хәмитов шәхси компанияларҙың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә тәртип урынлаштыра аласағына икеләнеү белдерҙе.  Уның фекеренсә,  хужалыҡ объектарын шәхси ҡулдарға тапшырыу- ҙур хәүеф менән.  Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2016-сы йылда торлаҡ-коммуналь өлкәһендәге  һөҙөмтәһеҙ предприятиеларҙы хеҙмәтләндереүҙе, шул иҫәптән дәүләт һәм муниципаль ҡарамағында булған ойошмаларҙы шәхси операторҙарға тапшырыу планлаштырыла. Республика етәксеһе Рөстәм Хәмитов  бындай алымға күсеү ваҡытын төбәктәргә үҙҙәренә билдәләү мөмкинлеге биреү тәҡдиме менән сығыш яһаны.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика