Төркиәгәме, Мысырғамы?

Төркиәгәме, Мысырғамы? 11.02.2015

Ниндәй генә йүнәлеш булмаһын, сит илгә йыйынғанда ышаныслы турфирмаларға  мөрәжәғәт итеү кәңәш ителә. Яңы йыл алдынан «Вел-тревел» компанияһынан алданған йөҙгә яҡын кеше һаман ғәҙеллек өсөн көрәшә.  

Тайланд урынына баш бәләһе. Анна Федотова ире менән бергә йөҙ мең һумлыҡ путевка һатып алырға ниәтләй. Турфирма менән ғаиләне дуҫтары таныштыра, шуға ла  «Вел тревел» агентлығы башта бер ниндәй шик тыуҙырмай. Аҡса яғы ғына наҡыҫ булғас, банк аша бүлеп түләү килешеүен төҙөргә тура килә. Банк, турфирма вәкилдәре һәм ҡулланыусы өс яҡлы килешеү төҙөй. Тик ни өсөндөр аҡса кәрәкле иҫәпкә  барып етмәй. Баҡтиһәң, килешеү ҙә алдаҡ юл менән төҙөлгән була.
Анна Федотова, зыян күреүсе: «Был килешеүҙә дүртенсе кешенең дә теркәлеүен һуңынан ғына белдек. Аҡса шәхси эшҡыуар Никитинаның ҡәйнәһенә күскән. Иғтибарһыҙлыҡ арҡаһында документта уның исем-шәрифен күрмәгәнбеҙ».
Алданыу осрағы асыҡланғас та, зыян күреүселәр полиция бүлегенә ғариза яҙа. Тик
унда прокуратураға мөрәжәғәт итеүҙәрен һорайҙар.
Светлана  Гәрәева, зыян күреүсе: «Полиция бер нәмә лә эшләргә теләмәй. Ҡыҙҙың атаһы юғары вазифа биләй икән, ниңә депутаттарға кешене алдау рөхсәт ителгәнме ни хәҙер?»
Суд аша ғәҙеллекте яулап була, тик бының өсөн ваҡыт кәрәк. Турфирма тарафынан алданған тиҫтәләгән кеше ҡулланыусы булараҡ үҙ хоҡуғын яҡлай ала.
Айгөл Ғималетдинова, ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау йәмғиәте рәйесе: «Был туристар матди һәм әхләҡи яҡтан зыян күргән. Кеше ялға өмөт итеп, аҡсаһыҙ ҡалған. Минең тәжрибәмдә, бындай орсаҡтарҙа суд һәр ваҡыт бәләгә тарыусы яғында».
Зыян күреүселәр һаман да өмөтөн юғалтмай. Мутлашыусы ҡатын аҡсаны  кире ҡайтарам тип вәғәҙә биргән. Ысынлап та, ҡайһы берәүҙәргә был бәхет йылмая. Тик уларҙы бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Әйтәйек, ашнаҡсы булып эшләгән Никита Корниенко йөҙ ҙә егерме мең һум аҡсаһыҙ тороп ҡалған. Ә бит был сумманы йыйыр өсөн уға әллә күпме эшләргә тура килгән. Ял да юҡ, аҡса ла.
Никита Корниенко, зыян күреүсе: «Беҙ, әлбиттә, тәү сиратта, турфирма етәксеһе менән уртаҡ тел табырға тырыштыҡ. Тик ул телефон шылтыратыуҙарына, смс-хәбәрҙәргә яуап бирмәй. Уларҙың офисы ла хәҙер юҡҡа сыҡҡан».
Кешенең ышанысын яулар өсөн турфирмаларға биш-алты йыл ныҡышмал эшләргә кәрәк. Билдәле компания исеме аҫтында эшләгән ойошма ла башта шик тыуҙырмай. Шулай ҙа әлеге мәлдә тикшереү эштәре алып барыла. Уңмаған туристарҙың эше уңышлы тамамланыр тигән өмөт бар.
Гөлназ Хәйбуллина

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку