Төньяҡ-көнсығыш райондарҙы үҫтереү маҡсатлы программаһына ярашлы, Мәсетле районында Әй йылғаһы аша аҫмалы күпер төҙөлә

Төньяҡ-көнсығыш райондарҙы үҫтереү маҡсатлы программаһына ярашлы, Мәсетле районында Әй йылғаһы аша аҫмалы күпер төҙөлә 04.01.2018

6 йыл  үткәндән һуң уға  ремонт үткәрелгән. Был күпер халыҡҡа район үҙәгенә дауаханаға, башҡа йомош менән йөрөгән юл оҙонлоғон  өс тапҡырға кәметеүгә булышлыҡ иткән. Элек 80 саҡрымға һуҙылған урау юлдан йөрөһәләр, хәҙер аҫмалы күпер аша тура юлдан 15-20 минутта үтәләр. Бигәрәк тә ошо зонала эшләгән  ашығыс ярҙам машиналары хеҙмәткәрҙәренә был юл уңайлы.

Аҫмалы күперҙе хеҙмәтләндереүҙә ауырлыҡтар юҡ, тик ауыр тонналы йөк машиналары бынан үтергә тейеш түгел. Әй йылғаһы аша һалынған күпер йәйәүлеләргә, халыҡтың көнкүрешен  хеҙмәтләндереүсе транспортҡа һәм еңел автомобилдәргә  генә тәғәйенләгән. Күперҙең терәүҙәре юҡ, ул бетондан төҙөлгәндәренән күпкә арзаныраҡ һәм ҡулланыуҙа ла уңайлы.
Фәнил Дәүләтшин, аҫмалы күперҙәр төҙөүсе инженер-конструктор: «Бындай күперҙәрҙе төҙөү иҡтисади яҡтан да отошло. Улар бетон булғандарынан күпкә арзаныраҡ һәм ҡулланыуҙа ла уңайлы. Киләсәктә аҫмалы күперҙәр күпләп ҡоролор тип уйлайым».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку