Тәүлек командировка аҡсаһынан ҡолаҡ ҡағыу - хеҙмәткәрҙәрҙең кеҫәһенә һуғырмы?!

Тәүлек командировка аҡсаһынан ҡолаҡ ҡағыу - хеҙмәткәрҙәрҙең кеҫәһенә һуғырмы?! 01.10.2015

Рәсәй Финанс министрлығы әлеге матди ярҙамдан баш тартыу яҡлы. Хөкүмәт ҡарарына үҙгәрештәр индерелһә, 2016 йылдан алып командировкала булған һәр көн өсөн чек менән отчет бирергә кәрәк буласаҡ. Юғиһә, йәшәү һәм юл сығымдарынан тыш, бер тин дә түләнмәйәсәк.

Мәскәү. Санкт-Петербург. Ҡазан. Рәсәйҙең һәр төбәгендә лә данлыҡлы «ғәскәров»сыларҙы йылы ҡабул итәләр. Артистар бар көсөн һалып, һәр сығышҡа ныҡлы әҙерләнә. Оҙайлы саҡрымдар үтеү, аҙна-ун көнлөк гастролдәр, бер туҡтауһыҙ репетициялар - быларҙың барыһы ла еңел кисерелә. Әлбиттә, тамаҡ туҡ булғанда. Тик хәҙер тәүлеккә бүленгән командировка аҡсаһын түләмәһәләр - нимә эшләргә?!
Хәйер, йыл аҙағына тиклем «йөҙ» һумлыҡ ярҙам кеҫәлә ҡаласаҡ. Ике аҙнанан Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле солистары Урал аръяғына оҙайлы гастролгә юллана. Аҡса бар ҙа йөрөп ҡалырға кәрәк.
Әлегә Рәсәй буйынса тәүлеккә бүленгән командировка аҡсаһының күләме 700 һумдан да артмай. Шулай ҙа бәләкәй генә матди ярҙамға фән менән шөғөлләнеүселәр ҙә риза булып йәшәй. Аспиранттар, докторанттар ғилми эш яҙғанда илдең ҙур китапханаларында эҙләнеү эштәрен алып бара, халыҡ-ара конференцияларҙан да ситтә ҡалмай. Быға ҡушып, киләсәктә өҫтәмә түләүҙәр алыр өсөн раҫлаусы документ - чектар артынан йүгерергә кәрәк буласаҡ.
Белгестәр билдәләүенсә, был осраҡта бухгалтерҙарҙың эше ҡатмарлаша.  «Тау-тау ҡағыҙҙар» - чектарҙы тикшереүгә хәтһеҙ ваҡыт талап ителәсәк. Ә бит хеҙмәткәрҙәр ҙә алдашып, командировкаларҙан ялған документтар алып ҡайтыуы ихтимал. Әлбиттә, бар сығымдар ҙа ҡапланмаясаҡ, түләүҙәр буйынса айырым регламент булдырыу күҙаллана. Иҡтисадсылар иһә үҙгәрештәрҙең һалымдарға бәйле булыуын билдәләй.
Әлегә был үҙгәрештән һуң кемдең отоуы, йә отолоуы билдәһеҙ. Барлыҡ берләштерә, юҡлыҡ талаштыра тигәндәй, командировкаға йыш йөрөүселәрҙең яңылыҡты кире ҡабул итеүе - көн кеүек асыҡ. Бигерәк тә, төпкөл райондарға юлланыусылар юлда төрлө ҡаршылыҡтарға ла осрауы ихтимал. Чекты ла бит һәр магазин, ашхана етәкселеге биреп бармай.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку