«Система» корпорацияһы файҙаһына «Урал-инвест» фондынан   70 миллиард һумдан ашыу аҡса түләнәсәк 16.02.2015

Мәскәүҙең Арбитраж суды «Башнефть» компанияһы акцияларын дәүләткә ҡайтартыуҙан күргән зыян күләмен ҡаплатыу өсөн «Система» корпорацияһы файҙаһына «Урал-инвест» фондынан   70 миллиард һумдан ашыу аҡсаны түләттереп алыу тураһындағы ҡарар ҡабул итте. Был турала бөгөн «Интерфакс» мәғлүмәт агентлығы яҙып сыҡты.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, акцияларҙы законһыҙ һатыу тураһындағы материал 2014 йылдың апрелендә тикшерелә башланы. 30 октябрҙә Мәскәүҙең Арбитраж суды АФК «Система» һәм «Система-инвест»ҡа ҡараған «Башнефть» акцияларын дәүләткә ҡайтарыу тураһында ҡарар ҡабул итте.  Суд ҡарарында Башҡортостандың яғыулыҡ-энергетика комплекстарын хосусилаштырыу законһыҙ алып барылған, ә уның мөлкәте федераль властар иркенән тыш тартып алынған тип билдәләнгән.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика