«Синьхуа» мәғлүмәт агентлығы журналистарының хыялы тормошҡа ашты

«Синьхуа» мәғлүмәт агентлығы журналистарының хыялы тормошҡа ашты 03.07.2015

Бөгөн улар Архангел районында урынлашҡан умарталыҡҡа барып, башҡорт балын тәмләп ҡараны. Татлы ризыҡ Ҡытай вәкилдәре тарафынан юғары баһаланды. Был хаҡта улар Көнсығыш Азия тамашасыларына айырым репортаж әҙерләргә ниәтләй.

«Синьхуа» мәғлүмәт агентлығы хәбәрсеһе У Ган яҡташтарына башҡорт балы хаҡында репортаж әҙерләй. Уға тиклем Ҡытай журналистары бал ҡорттары хаҡында мәғлүмәттәр йыйҙы. Архангел районы умартасыларына һорауҙар күп бирелде.
Умартасылыҡ серҙәренә төшөнөү ябай һүҙҙәрҙе өйрәнеүҙән башланды. Шулай ҙа иң көтөп алынған мәл, әлбиттә, шифалы ризыҡты тәмләп ҡарау ине.
У Ган, «Синьхуа» мәғлүмәт агентлығы хәбәрсеһе:  «Донъяла иң шифалы бал нәҡ Башҡортостанда. Бал ҡорто нисек эшләй, балды нисек йыя? Беҙҙе барыһы ла ҡыҙыҡһындыра. Һеҙҙә умартасылыҡ менән шөғөлләнергә барлыҡ шарттар ҙа ҡулай».
Архангел районы умарталығы республикала иң күләмлеһе. Бында селекция эшенә ҙур иғтибар йүнәлтелгән.  Бал ҡорто күсе үрсетелә. Улар артабан һатыуға сығарыла. Ҡытай журналистары килемле йүнәлеш серҙәрен иғтибар менән тыңланы.
Рифҡәт Ҡәҙерғолов, умартасы: «Башҡорт ҡорто - донъяла иң көслө, сыҙамлы ҡорт тип һанала. Ҡышҡы һыуыҡтарға ла бирешмәй. Тәбиғәт шарттарына ҡулайлашҡан».
Башҡорт ҡорто Германия, Монголия, Ҡаҙағстан илдәрендә үрсетелә. Тиҙҙән Ҡытай менән дә килешеүҙәр төҙөләсәк. Әлегә «Синьхуа» мәғлүмәт агентлығы хәбәрселәре үҙ тамашасыларын  умартасылыҡ хаҡында  әҙерләнгән мәҡәлә, видеояҙмалары аша таныштырасаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку