Силәбе өлкәһе журналистары Өфө районындағы сәнәғәт объекттарының береһен экологик яҡтан хәүефһеҙлеккә ҡараны

Силәбе өлкәһе журналистары Өфө районындағы сәнәғәт объекттарының береһен экологик яҡтан хәүефһеҙлеккә ҡараны 06.09.2017

Күрше төбәк вәкилдәре керамик плитка етештереү заводы менән юҡҡа ҡыҙыҡһынмай, «Ласселсбергер» компанияһы инвесторы Әбйәлил районында ла ҡоро  төҙөлөш ҡатышмаларын етештереү буйынса предприятие төҙөй башларға ниәтләй. Инвестиция күләме - яҡынса 200 миллион евро. Урал аръяғы халҡы яңы эш урындары барлыҡҡа киләсәгенә ҡыуанһа, Магнитогорскиҙа йәшәүселәр  иһә был объект проектына ҡаршы сыға. Йәнәһе лә, экология өсөн хәүеф бар. Республикала 11-се йыл уңышлы эшләп килгән предприятие менән танышыу уларҙың фекерен үҙгәрттеме?!  

Силәбе журналистары завод буйлап сәйәхәтен иң ҙур участкаларҙың береһе - пресс-порошок әҙерләү майҙансығынан башланы. Ҡулдарында ҡәләм, фотоаппарат һәм видеокамералар. Завод заманса йыһазландырылған, ҡоролмалар даими яңыртылып тора, күрше өлкә вәкилдәре бар технологияларҙың да автоматлаштырылған булыуына аптырай. Хеҙмәткәрҙәр ауыр йөк күтәреп йөрөмәй.
Шулай ҙа силәбеләр заводтың етештереү ҡеүәте менән танышыуҙан бигерәк бында экологик яҡтан талаптарҙың үтәлешен ҡарарға килгәйне. Экскурсия яҡынса сәғәт ярым дауам итте.
Владимир Курас, завод хеҙмәткәре: «Беҙҙең предприятие экологияға ҡағылышлы барлыҡ закондарҙы ла теүәл үтәй. Нормативтар буйынса эшләйбеҙ. Әйтәйек, тауыш  кимәле регламент буйынса тап килә. Экологик паспорт та төҙөлгән. Барлыҡ участкаларҙа ла туҙанды йыйыу системалары ҡуйылған. Йәғни, атмосфераға зарарлы матдәләр бөтөнләй эләкмәй тиһәк тә була».
Заводта ҡулланылған һыу ҙа таҙартыу ҡоролмалары аша үткәрелә һәм кире сәнәғәт процессына ебәрелә. Ул башлыса технологик маҡсаттар өсөн ҡулланыла. Ҡалдыҡтар иһә ҡалмай.  Етештергән мәлдә ватылған керамик плиткалар ҙа кире эшкәртеүгә оҙатыла.
«Магнитогорский рабочий» гәзите хәбәрсеһе Валентина Сердитова был хаҡта мәҡәләһендә яҡтыртырға ниәтләй.
Валентина Сердитов, «Магнитогорский рабочий» гәзите хәбәрсеһе:  «Тәү ҡарашҡа, предприятиела хеҙмәт өсөн барлыҡ шарттар ҙа бар. Фильтрҙар, таҙартыу ҡоролмалары ҡуйылған. Технология линияһы буйлап ойошторолған ҡыҫҡа экскурсиянан сығып ҡына ниндәйҙер һығымта яһарға иртәрәк. Шулай ҙа яңы сәнәғәт тармағы менән танышыу минең өсөн һәр ваҡыт ҡыҙыҡ».
Силәбе журналистары 150 метр арауыҡҡа һуҙылған мейестәр араһынан да үтеп, етештереү процессы менән яҡындан танышты. Урындағы хеҙмәткәрҙәр менән аралашыуҙар ҙа бушҡа үтмәй. Илнур Ғәйфуллин бишенсе йыл заводта оператор булып эшләй. Эш процессын да яҡшы белә.
Заводта көнөнә 25-30 мең квадрат метр керамик плитка етештерелә. Күләмле эшкә 450-ән ашыу кеше йәлеп ителгән. Әбйәлил районындағы предприятиела ла ярты меңгә яҡын хеҙмәт урыны булдырыу күҙаллана.
Урал аръяғы иҡтисады үҫеше өсөн дә - был ҙур этәргес буласаҡ. Проект буйынса, дөйөм алғанда йылына 300 мең тонна аҡ цемент һәм ҡоро төҙөлөш ҡатышмалары етештереү күҙаллана. Экология өсөн борсолаһы түгел,- ти урындағы етәкселек.
Жан Го, «Цемикс» асыҡ акционерҙар йәмғиәте генераль директоры: «Экологияға бәйле был заводта ҡулланылған  барлыҡ процестар ҙа яңыһында ҡулланыласаҡ. Зарарлы ҡалдыҡтарҙан, саң-туҙанды таҙартыуҙа  иң һуңғы технологиялар менән эш итәсәкбеҙ. Сеймал иһә тәбиғи, химик элементтар юҡ».
Яңы объекттың барлыҡҡа килеүе силәбеләр өсөн дә ыңғай тәьҫир итәсәк. Көньяҡ Урал тимер юлының «Мәмерйә» станцияһына тиклем яңы тармаҡ төҙөү ҡаралған. Күрше өлкә вәкилдәре лә заводҡа эшкә төшә аласаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика