ШОС һәм БРИКС илдәренең эшҡыуарҙары ҡыштың тәүге көнөн Өфөлә ҡаршы аласаҡ

ШОС һәм БРИКС илдәренең эшҡыуарҙары ҡыштың тәүге көнөн Өфөлә ҡаршы аласаҡ 28.11.2016

1 декабрҙә Башҡортостандың баш ҡалаһында  2-се Бәләкәй бизнес форумы асыла.

Сарала Рәсәйҙең 34 төбәгенән һәм 13 сит илдән ҡунаҡтар ҡатнашыуы көтөлә. Улар араһында  Ҡытай, Һиндостан, Мальта, Вьетнам, Төркиә, Белорусия  һәм башҡа дәүләт вәкилдәре бар.
Форумдың пленар өлөшө төбәк-ара хеҙмәттәшлекте нығытыуға арнала, артабан ике көнө буйы  тиҫтәгә яҡын түңәрәк өҫтәл ойошторола,  фекер алышыу майҙансыҡтары эшләйәсәк.  ШОС һәм БРИКС илдәре вәкилдәре араһында эшҡыуарлыҡты үҫтереү бик мөһим, сөнки  бәйләнештәр тап төбәктәрҙән башлана.  Тәүге форум тәжрибәһе күрһәтеүенсә,  сараны тап   бизнестағы ихтыяждарҙан сығып уҙғарыу мотлаҡ.
Дмитрий Шаронов, Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары: «Беҙ проблема булған тармаҡтар буйынса фекер алышырға иҫәп тотабыҙ.  Ни өсөн Европа илдәрендә эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеүселәр күп, ә беҙҙә юҡ  йәки иҡттисади һөҙөмәтлелек юҡ?  Килемде арттырыу, дәүләт программаларында ҡатнашыуҙы еңеләйтеү,  төбәктәрҙә селтәр бизнесын ойоштороу  хаҡында һүҙ барасаҡ.  Иң яҡшы эш тәжрибәләре менән дә бүлешәсәкбеҙ».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку