«Росткапитал» ойошмаһы Ишембай ҡалаһында йәшәүсе бер-нисә ғаиләне бер тин аҡсаһыҙ ҡалдырған

«Росткапитал» ойошмаһы Ишембай ҡалаһында йәшәүсе  бер-нисә ғаиләне бер тин аҡсаһыҙ ҡалдырған 04.11.2016

Ҡала судында ҡулланыусылар ойошмаһы эшен тикшереү дауам итә. Алданыусылар араһында башлыса пенсия йәшендәгеләр. Фирма тарҡалғас, клиенттар үҙҙәренең исемлектә булмауын асыҡлай.

Юҡҡа ышанып барыу арҡаһында килеп сыҡҡан яңылышлыҡ. Алтын тауҙар вәғәҙә иткән гәзит рекламаһына башлыса пенсия йәшендәгеләр «әүрәй». Кемдер балаларына тип, берәүҙәр торлаҡ алыу өсөн аҡсаһын ойошмаға килтерә. Һөҙөмтәлә улар меңдәрсә һум аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаға. Ишембай ҡалаһында йәшәүсе Хәмитовтар ғына 300 мең һумын «һыуға һалған». Тәүге айҙарҙа килешеүгә ярашлы, түләнергә тейешле  дивидендтар килеп тора,  ләкин фирма ябылыу менән аҡса күсмәй башлай.
Суд эше бер нисә айға һуҙылды. Ғәйепләнеүселәр исемлегендә «Росткапитал» кооперативы менеджеры. Ҡатын үҙенең  ғәйебен инҡар итә. Аңлатыуынса, бар йыйылған аҡса Өфөләге баш офисҡа күсерелгән.
Наталья Леонтьева, ғәйепләнеүсе: «Кооперативҡа һалынған аҡсалар хужаларға тапшырылып торҙо. Ҙур суммаларҙы улар үҙҙәре килеп алды. Аҡсаның күпмелер өлөшө етәкселек вәкилдәренең шәхси иҫәбенә лә күсерелде».
Хоҡуҡ белгестәре фекеренсә, юғары процентлы ҡулланыусылар ойошмаһына аҡса һалыу ул елгә   осороуға тиң. Банктарҙан айырмалы, хәләл аҡсаңды юғалтыуҙан да бер кем дә страховкаланмаған.  
Валерий Шәрипов, юрист: «Әгәр ҙә һалынған аҡсағыҙ страховкаланған тиҙәр икән, ул кешегә ойошманың исеме һәм процент күләме менән ҡыҙыҡһынырға   кәңәш итер инем.  Сөнки вәғәҙә ителгән процент ни тиклем юғары булһа,  уның клиентҡа түләнеү мөмкинлеге лә шул тиклем икеле».
«Росткапитал» ойошмаһы етәксеһенең суд ултырышына килмәүе сәбәпле, эште ҡарау йәнә күсерелде. Раҫланмаған мәғлүмәт буйынса, әле ул баш ҡаланың тикшереү изоляторында ҡала. 15 ноябрь уны Ишембай ҡалаһына килтерергә тейештәр.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку