Республиканың брендына әйләнгән «Ҙур химия» форумы һәм «Газ. Нефть. Технологиялар» күргәҙмәһе быйыл берләштерелгән форматта үтәсәк

Республиканың брендына әйләнгән «Ҙур химия» форумы һәм «Газ. Нефть. Технологиялар» күргәҙмәһе быйыл берләштерелгән форматта үтәсәк 20.04.2016

Рәсәй нефть, газ, һәм химия форумы тип үҙгәртелгән күләмле сара баш ҡалала 24 майҙан алып 27 -һенә тиклем дауам итәсәк.

Дүрт көн эсендә форумда Рәсәй һәм сит илдәрҙең  утыҙҙан ашыу төбәгенән ун мең тирәһе кеше ҡатнашасаҡ . Шулай уҡ ил хөкүмәте , күрше төбәктәр етәкселәре килеүе лә көтөлә. Форумда нефть , газ һәм химия өлкәһен үҫтереү мәсьәләре, иҡтисади көрсөк мәлендә тыуған проблемаларҙы хәл итеү юлдары барланасаҡ.
Елена Артемова, Башҡортостандың сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты урынбаҫары: «Форумдың төп өлөшө импортты алмаштырыуға бағышланасаҡ. Тармаҡ белгестәре сит илдәргә бәйлелектән ҡотолоу йәһәтенән башҡарылған тәүге эш һөҙөмтәләрен барлаясаҡ. Нефть һәм газ эшкәртеүҙә яңы технологиялар, ҡорамалдар индереү мәсьәләләре лә көнүҙәк проблема. Форум быйыл үтә лә һөҙөмтәле булыр тип көтөлә».
Форумды мөмкин тиклем һөҙөмтәләштереү өсөн ойоштороусылар яңы эш алымдары ла индерә. Уның сиктәрендә эшлекле бәйләнештәр биржаһы эшләйәсәк. Сарала ҡатнашыусылар яңы бәйләнештәр булдырыу өсөн тип түгел, ә алдан һөйләшелгән аныҡ эшҡыуар менән осрашып һөйләшергә  киләсәк.
Зөлфиә Халиҡова, Башҡортостандың сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты урынбаҫары: «Би ту Би тип аталған һөйләшеүҙәр майҙансығына килеүселәргә уның ҡатнашыусылары тураһында тулы мәғлүмәттәр ебәреләсәк. Шуға күрә эшҡыуарҙар алдан уҡ бизнес өсөн партнерҙар табып һөйләшеүҙәр үткәреү өсөн киләсәк. Был иһә танышып белешеүгә киткән ваҡытты ҡыҫҡартып тура эш алымдарына күсеү мөмкинлеге бирәсәк».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку