Республикала йыл башынан алып рәсми рәүештә теркәлгән эшһеҙҙәр һаны яҡынса бер мең кешегә кәмегән

Республикала йыл башынан алып рәсми рәүештә теркәлгән эшһеҙҙәр һаны яҡынса бер мең кешегә кәмегән 05.06.2017

Әле төбәктә 23 мең 600 эш эҙләүсе теркәлһә, мәшғүллек үҙәктәрендә 43 мең вакансия иҫәпләнә. Хеҙмәт баҙарында башлыса эшсе һөнәрҙәр талап ителә. Төҙөлөш өлкәһендә иретеп- йәбештереүселәр, бетон ҡойоусылар, арматурасылар етешмәй.

Сәнәғәт тармағында инженер-конструкторҙар, токарҙар кәрәк. Белгестәргә сауҙа өлкәһендә лә ҡытлыҡ күҙәтелә. Дөйөм алғанда, мәшғүллек үҙәктәрендә 70 процент эшсе һөнәрҙәр тәҡдим ителә. Ә мөрәжәғәт итеүселәрҙең 60 проценты юғары, йә иһә урта махсус белемгә эйә.  

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика