Республикалағы 5 500 һум күләмендәге минималь эш хаҡы сентябрҙең 1-нән 6 900 һумғаса күтәрелә

Республикалағы 5 500 һум күләмендәге минималь эш хаҡы сентябрҙең 1-нән 6 900 һумғаса күтәрелә 01.09.2014

Был мәсьәлә социаль-хеҙмәт мөнәсәбәттәрен көйләү буйынса өс яҡлы комиссия ултырышында ҡаралды. Унда эш биреүселәр союзы, сауҙа-сәнәғәт палатаһы һәм Башҡортостандың Профсоюздар федерацияһы ағзалары ҡатнашты.

Эш хаҡы мәсьәләһе күптән өлгөрөп еткән, тип билдәләнде ултырышта. Халыҡтың бөгөн 25 проценты 5-10 мең һум самаһы ғына хеҙмәт хаҡы ала. Минималь эш хаҡын күтәреү тураһындағы Килешеүгә Президент Рөстәм Хәмитов ҡул ҡуйҙы.
 Юрий Пустовгаров, Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты: «Тамашасыларға, хеҙмәтсәндәргә аңлайыщлы булһын өсөн бер нисә һан килтерәйек. Иҡтисадҡа бөгөн 1 миллион 200 мең кеше йәлеп ителгән. Сәнәғәттәге эш хаҡы минималь күләмдән күпкә юғары. Уртаса ул 28 000 һум. Сәнәғәт өлкәһендә эшләп тә минималь эш хаҡы алыусылар һаны 5 мең кешегә лә тулмай. Был килешеүҙә минималь эш хаҡы 7 700 һум булырға тейеш тип билдәләнгән. Эш биреүселәр уны үтәргә тейеш».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика