Республикала урындағы етештереүселәр тауарҙарын тәҡдим итеүсе сауҙа селтәре ойоштороу мөһим 25.11.2014

Юғиһә, бәләкәй хужалыҡтар етештергән тауар һатып алыусыларға барып етә алмай. Бындай шарттарҙа импортты алыштырыу тураһында һүҙ йөрөтөү һөҙөмтәһеҙ. Сит илдән индереү тыйылған аҙыҡ-түлеккә алмаш етештереү мәсьәләләре БашПродЭкспо күргәҙмәһе сиктәрендә үткән түңәрәк өҫтәлдә ҡаралды.

Кәңәшмәлә билдәләнеүенсә, көнбайыштың санкциялары илдең аграр секторы үҫешенә этәргес кенә булырға тейеш ине. Ләкин күҙалланғанса, әүҙемлек һиҙелмәй. Шулай ҙа ситтән индереү тыйылған тауарҙарҙың дефицитын иҫкәртеүгә өлгәшелде. Был бушлыҡты урындағы етештереүселәр ҙур теләк менән тултыра. Ләкин йүнселдәрҙең ҡеүәтле сауҙа селтәрҙәренә инә алмауы ғына эште бер аҙ тотҡарлай.
Рөстәм Камалетдинов, Башҡортостандың сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты рәйесе: «Урындағы етештереүселәрҙең үҙ брендын булдырыу мөһим. Әле ошондай проекттарҙың береһе тормошҡа ашырыла башланы. «Башҡортостан тауары» тип аталған селтәр ойошторорға ниәтләнәбеҙ. Һуңынан был бренд менән төбәк-ара кимәлгә сығыу ҙа күҙаллана. Ваҡ кибеттәрҙә лә хәҙер «Башҡортостан тауарына» махсус урындар бирелә башланы».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика