Республикала алимент түләүҙән ҡасып йөрөүселәргә ҡарата етди саралар күрелә

Республикала алимент түләүҙән ҡасып йөрөүселәргә ҡарата етди саралар күрелә 06.06.2017

Һуңғы ваҡытта ғына йөҙҙән ашыу кешенең мөлкәтенә арест һалынған. Был турала бөгөн хәбәрселәр менән осрашыуҙа федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Илнур Мәхмүтов белдерҙе. Бөгөнгә төбәктә 22 меңгә яҡын башҡарыу производствоһы иҫәпләнә, уларҙың ете меңгә яҡыны үҙ бурыстарын ваҡытында ҡайтарай, ҡалғандарының алимент түләүҙәре бик әкрен бара.

Шуға ҡарамаҫтан, йылдың тәүге биш айында 160 милллион һум самаһы алимент аҡсаһы суд приставтары хеҙмәтенең депозит иҫәбе аша үткән. Бынан тыш, бурыстың бухалтериянан тура йүнәлтелеүе йәки алиментсының аҡсаны балаға үҙе килтергән  осраҡтары ла теркәлә. Яҡын көндәрҙә алимент түләүҙән ҡасып йөрөүселәргә ҡарата тағы ла етдиерәк саралар күреләсәк. Хәҙер уларҙың  фотоһүрәттәре халыҡ күп йөрөгән урындарға ҡуйыласаҡ.  
Республикала шулай уҡ штрафтарҙы түләттереү эше лә яңы кимәлгә сыҡты.  Хәҙер бурыслылар ғына түгел, ә штрафтарын ваҡытында ҡайтармаусылар ҙа язаға тарттырыла. Атап үткәндә, йыл башынан алып төбәктә штрафтарын ваҡытында түләмәгән 1 мең ярым самаһы кешенең бурысы ике тапҡырға артҡан, 800 кеше мәжбүри эштәргә йәлеп ителгән, тағы ла 200 кеше ҡулға алынған. Республиканың баш суд приставы әйтеүенсә, был эш артабан да дауам итәсәк. Шуға ла күңелһеҙ хәлдәргә тарымау өсөн һәр кемгә бурыстарын даими тикшертеп торорға кәрәк.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика