Республика ведомстволары 2015 йылғы эш һөҙөмтәләрен барлауын дауам итә

Республика ведомстволары 2015  йылғы эш һөҙөмтәләрен барлауын дауам итә 04.03.2016

Бөгөн Башҡортостандың финанс министрлығында ла киңәйтелгән коллегия ултырышы үтте. Бюджет дефициты, былтыр 145 миллион һум тәшкил иткән. Был һуңғы ете йыл арауығындағы иң түбән күрһәткес.

Шуның менән бергә республика алдында торған бөтә социаль бурыстар теүәл үтәлде тип билдәләне ултырышта финанс министры Рида Собханғолова. Ҡаҙна килеменең күп өлөшөн «Башнефть», «Сода», «Учалы тау комбинаты» кеүек ҙур предприятиелар тәьмин иткән. Ә бына алкоголь акциздары ике йыл рәттән түбәнәйә, ошо сәбәпле дәүләт ҡаҙнаһы ике миллиард һумға яҡын аҡса юғалтҡан. Артабан да бурыстарҙы үтәү өсөн бюджет аҡсаларын һөҙөмтәле ҡулланыуҙы күтәрергә кәрәк тиелде ултырышта.  
Рида Собханғолова Башҡортостандың, финанс министры:
«2015 йылдың бюджетын башҡарыу ҡатмарлы шарттарҙа үтте. Иҡтисад һәм социаль сфераның тотороҡлоғон арттырыу буйынса ваҡытында ҡабул ителгән саралар бюджет килемен арттырыу мөмкинлеге бирҙе».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку