Рәсәйҙә яңы йорттарҙағы фатирҙарҙы эске биҙәлеш эштәрен башҡармайса һатыуҙы тыйыуҙары ихтимал

Рәсәйҙә яңы йорттарҙағы фатирҙарҙы эске биҙәлеш эштәрен башҡармайса һатыуҙы тыйыуҙары ихтимал 24.03.2017

Был туралағы тәҡдим менән илдең төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалығы министры Михаил Мень сығыш яһаны.

Федераль чиновник фекеренсә, күп кенә осраҡта яңы фатирҙарға күскән хужаларға йылдар дауамында ремонт тауышына һәм подъездағы төҙөлөш ҡалдыҡтарына түҙергә тура килә.  Ведомствонан аңлатыуҙарынса, бындай башланғыс иң тәүҙә эксперттар берләшмәһе, девелоперҙар һәм архитекторҙар тәнҡитен үтергә тейеш.  
Камилә Фазылова, ипотека бюроһы директоры: «Өфөләге төҙөүселәр араһында фатирҙарҙы эске биҙәлеш эштәрен башҡармайса файҙаланыуға тапшырыу тәжрибәһе киң таралмаған. Шуға ҡарамаҫтан ҡайһы бер яуаплы компаниялар ремонт эштәре аҙағына тиклем еткерелгән квадрат метрҙар тәҡдим итә. Хаҡы биҙәлешһеҙ фатирҙарҙан әллә ни айырылмай. Улар араһында «Госстрой» компаниялар төркөмө, «ЖИЛСТРОЙИНВЕСТ» һәм башҡалар. Ысынында улар күп түгел».  
Рәсәйҙең төҙөлөш министрлығынан билдәләүҙәренсә, бөгөнгә ил буйынса минималь биҙәлеш менән файҙаланыуға тапшырылған йорттар бик аҙ. Йыш ҡына яңы өйҙәрҙә фатир һатып алған хужалар күп йылдар буйына ремонт шарттарында йәшәүҙәренә зарлана. Шуға ла тап ошо мәсьәлә министрлыҡты закон башланғысы менән сығыш яһарға мәжбүр иткән дә инде.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку