Рәсәй үҙәк банкы «Социнвестбанк»ҡа ваҡытлыса етәкселек итәсәк 06.08.2015

Бөгөн донъя күргән ҡарар,  банк банкротлыҡҡа төшәсәк йә иһә уға ҡайтанан аяҡҡа баҫырға Үҙәк банк ярҙамға килә, тигәнде аңлата. «Социнвестбанк»тың әлегә лицензияһы тартып алынмаған, документтар буйынса ул эшмәкәрлеген дауам итә.

Иҡтисад белгестәре, яңы ҡарарға ярашлы, банкҡа ярҙам ҡулы һуҙылыр, тигән фекерҙә.   Вкладтарҙы страховкалау агенлығы банк эшмәкәрлеген тергеҙеү, лицензияһы тартып алынған банк клиенттарына финанстарын кире ҡайтарыу буйынса эш алып бара.  Был осраҡта ул  ҡайһы юлды һайлары әлегә билдәһеҙ.
Шәүҡәт Даукаев, Башҡортостан кредит-финанс ойошмалары ассоциацияһының башҡарма директоры: «Әгәр ҙә вкладтарҙы страховкалау агентлығы   «Социнвестбанк»ка  финанс ресурстары менән ярҙам итергә әҙер булған икенсе банк тапһа, ваҡытлыса етәкселектең вәкәләттәре   туҡтатыла. Банк бүлексәләре инвестор ярҙамында эшмәкәрлеген дауам итәсәк. Икенсе вариант - банктың лицензияһы тартып алынып, уның ябылыуы ла ихтимал».
Бөгөн клиенттарҙы борсоуға һалған  ойошма ишектәрен асырға тейеш ине. Ләкин тайм-аут 10 авгусҡа тиклем оҙайтылды.  Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ 27 июлдә банк эшмәкәрлеген туҡтатҡайны. Финанс учреждениеһы хеҙмәткәрҙәре банк клиенттарына бер ниндәй аңлатма бирмәй, бәйләнешкә лә сыҡмай. Ә аҡса һалыусылар көн һайын банк тупһаһын тапауын дауам итә. Учреждение ишегендә банк техник сәбәптәр буйынса шунса көнгә тиклем ябылды, тигән мәғлүмәт кенә  алмашынып тора.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика