Рәсәйҙең иң эре кредит ойошмаһы - Һаҡлыҡ банкы ипотека ставкаларын кәметте

Рәсәйҙең иң эре кредит ойошмаһы - Һаҡлыҡ банкы ипотека ставкаларын кәметте 06.03.2017

Икенсе торлаҡ алған осраҡта  ул 10,75 тән 12,25 процент тирәһендә , ә төҙөүселәрҙән фатир алғанда ставка 10,9 процент кимәлендә буласаҡ. Яңы төҙөлгән йортҡа Реестрҙа электрон теркәү  үткән осраҡта  проценттарҙы  тағы ла түбәнәйтеү мөмкинлеге бар.

Белгестәр конкурентлы баҙар шарттарында Һаҡлыҡ банкы артынан башҡа кредит ойошмалары ла ипотека ставкаларын төшөрөргә мәжбүр буласаҡ тигән фараздар яһай.
Елена Андреева, күсемһеҙ милек агентлыҡтары селтәре генераль директоры: «Һуңғы бер нисә көн хатта, аҙна дауамында байтаҡ банктарҙың ипотека ставкааларын уртаса 1 проентҡа кәметеүе күҙәтелә. Банктарҙың бындай аҙымы торлаҡҡа миҙгел ихтыяжын уятырға ла этәргес бирә. Яҙ күптәнге йола буйынса күсемһеҙ милек баҙары ла йәнләнә».
Әйткәндәй, республика халҡы йылдан-йыл кредитҡа торлаҡ алыуға күберәк өҫтөнлөк бирә. 2 016 йылда Рәсәйҙә 1,5 триллион һумлыҡ ипотека алынған, был күрһәткес элекке йылғынан бер сиреккә күберәк. Күҙаллауҙарға ярашлы, 2017 йылда беҙҙең ил өсөн рекорд ҡуйып 1,8 триллион һумлыҡ ипотека кредиттары биреләсәк. Ставкаларҙың төшөүе күсемһеҙ милеккә ихтыяж артыу сәбәпле, квадрат метрҙарҙың ҡиммәтләнеүенә этәргес биреүе ихтимал.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика