Пай ерҙәренән елдәр иҫкән

Пай ерҙәренән елдәр иҫкән 10.11.2017

Шишмә районының Әлибай ауылында йәшәүселәр нисәмә йылдар буйына файҙаланған ерҙең, уларҙың рөхсәтенән тыш икенсе кеше ҡулына күсеүенә ризаһыҙлыҡ белдерә. Баҡтиһәң, уны ялған юл менән ошо уҡ ауылда йәшәүсе эшҡыуар үҙләштерелгән.

Әлибай ауылы халҡының сираттағы йыйылышына был юлы пай ерҙәре сәбәпсе булды. Бығаса бойҙай-һолоһон да, кәрәк икән бесән-һаламын да алып файҙаланғандан һуң, көтмәгәндә 220 гектар майҙан ер икенсе кеше ҡулына күсә. Документтар барыһы ла теүәл. Өҫтәүенә, рәсмиләштерелгән дә. Тик ауыл халҡы аңлатыуынса, ул законды һанға һуҡмай эш иткән.
90-сы йылдарҙа Әлибай ауылында ябылыу сигендә торған ферма һәм уның ерҙәре  Ҡадир Ниғмәтйәнов ҡулына күсә. Артабан, атаһының юлын улы Артур Ниғмәтйәнов дауам итә. Ваҡытында ерҙәр пай булараҡ урындағы халыҡҡа ла таратылып бирелә. Тик ауылдаштырының рөхсәтенән тыш, Артур Ниғмәтйәновтың ике туған ағаһы ерҙе үҙ ҡарамағына ала. Субсидия ла алыуға өлгәшә.
Ялған юл менән рәсмиләштерелгән документ арҡаһында Әлибай ауылында йәшәүсе 18 кеше пайһыҙ тороп ҡалған. Улар ерҙәрҙең кемгә тапшырылыуына хәбәрҙар түгел. Хатта, рәсми документта әйтелгәнсә, дөйөм йыйылыш булыуын, унда ҡатнашыуҙарын да инҡар итә.
Тик нисек кенә булмаһын, пай ерҙәре рәсмиләштерелгән. Ауылдаштар яҙған ғаризалары ла хоҡуҡ һаҡлау органдары тарафынан иғтибарға алынмай. Был хәл апрелдән бирле дауам итә.
Әлибай ауылы халҡы ҡабат судҡа мөрәжәғәт итергә йыйына. Был хәлгә улар тыныс ҡына ҡарай алмай. Сөнки, әҙме-күпмегә булһа ла, йыл да һалым түләп йәшәгән халыҡ малды туйындырыу өсөн пай ерҙәренән файҙа ала.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку