Осҡондан ут ҡабына 03.02.2016

Ҡырмыҫҡалы районынан Насировтар ғаиләһе иҡтисади тотороҡһоҙлоҡҡа ҡарамай, үҙ бизнесын үҫтереү яҡлы. 2008 йылда асылған тимерселек цехында әлегә тиҫтәгә яҡын кеше хеҙмәт урындары менән тәьмин ителгән, улар башлыса ҡапҡа-ҡоймалар эшләү менән мәшғүл.

Тимерлектә көн әйләнәһенә сүкеш тауышы тынмай. Бында ҡыҙыу эш бара. Ябай ғына деталдәр үҙенең яңы формаһын, биҙәлешен ала. Үҙенә күрә - ювелир эше. Дизайнды ла бит алдан уйлап, үлсәмдәрҙә яңылышмаҫҡа кәрәк. Шуға оҫтанан ижади ҡараш, бай фантазия талап ителә. Бер ниндәй ҙә махсус белеме булмаһа ла, Илгиз Кинйәбулатов ете йыл элек  күңеленә ятҡан табышлы шөғөл таба. Ҡырмыҫҡалы районында уны хәҙер яҡшы тимерсе булараҡ беләләр.
Сүкелгән деталдәр артабан ҡапҡа-ҡоймаларҙы семәрләп биҙәүҙә ҡулланыла. «Тимерҙән яһалған матурлыҡҡа урында һорау ҙур»,- ти Илгиз Кинйәбулатов. Әйткәндәй, ҡул оҫтаһы  2008 йылда Ҡырмыҫҡалы ауылында асылған цехта яңғыҙы ғына эшләмәй. Коллектив ҙур - ун кешенән тора, шулай ҙа бында тимерсе берәү генә.
Ҡалғандар заказ буйынса иретеп-йәбештереү эштәрен башҡара. Сөнки предприятиела тик тимерселек менән генә шөғөлләнмәйҙәр, бында һыу ҡойоу өсөн махсус бактар, мейестәр ҙә яһала. Хеҙмәткәрҙәр иһә райондың төрлө төбәгенән йыйылған. Абдулла ауылынан Рәмил Ғәниев та килемле һөнәр эйәһе булыуына ҡыуанып бөтә алмай. Иң мөһиме, «етештерелгән тауарға һорау булһын»,- ти ул.
«Әлегә иҡтисади көрсөк һиҙелмәй», - ти эшселәр. Ғәҙәттәгесә ҡышҡыһын халыҡтан заказдар кәмерәк, йәй килемле миҙгел тип һанала. Предприятие етәксеһе Дамир Насиров уңыш серен йәшермәй - урында бәләкәй эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеүгә хөкүмәттән ваҡытында ҙур матди ярҙам күрһәтелә.
Ныҡышмал етәксе киләсәктә тимерселек цехын киңәйтергә, етештереү ҡеүәтен арттырырға ниәтләй. Бының өсөн эш ҡулдары етерлек. Килем алыу нескәлектәре лә үҙләштерелгән. Бигерәк тә Ҡырмыҫҡалы ауылында тимерҙән яһалған матур семәрле ҡойма-ҡапҡаларға ихтыяж ҙур,  халыҡтың зауыҡлы йәшәргә тырышыуы баштан уҡ күҙгә салына.
Тырыштар һәм уңғандар район үҙәген төҙөкләндереүҙә лә әүҙем ҡатнаша. Урындағы парк һәм скверҙарҙа предприятиела етештерелгән эскәмйә, фонарь, урналарҙы күрергә мөмкин. Бынан тыш, яҡындағы ауылдарҙа стелалар ҙа ҡуйылған. Алтын ҡулдар әлегә ассортиментты байытыу өҫтөндә лә эшләй.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика