Оливье индексы...

Оливье индексы... 08.12.2015

Яңы йыл өҫтәленә сығымдарҙы Рәсәй йәмәғәт палатаһы тап ошо популяр салатҡа  түккән  сығымдар  менән сағыштыра. Ниндәй генә иҡтисади шарттарҙа ла халыҡ яңы йылды һыйлы, мул табын менән ҡаршыларға ғәҙәтләнгән.  

Рәсәйгә ҡағылыусы иҡтисади санкциялар халыҡтың төп  байрамды яҡшы  кәйеф, өҫтәл тулы һый-хөрмәт менән ҡаршылауына һис тә ҡамасаулай алмай ,тип белдерә эксперттар. Йәшелсә-емеш, кәбеҫтә, ҡыяр, помидорҙы  үҙебеҙҙең эшҡыуарҙар ҙа тейешле кимәлдә һәм сифатлы итеп үҫтереп бирә. Уңған хужабикә  Альбина Баязитова Яңы йыл табынына мотлаҡ грек салатын әҙерләйәсәк.
Яңы йыл табынына ҡара емеш һәм алма тултырып мейестә ҡаҙ бешереү яҡшы йола. Альбина Баязитованың дүрт кешенән торған ғаиләһе өсөн ҡаҙ күптән әҙер. Улар  ҡаҙҙы йәрминкәләрҙән һатып алмай, ауылда йәшәүсе ҡоҙа-ҡоҙағыйҙары йыл һайын күстәнәс  ебәрә.
Йәрминкәләрҙә  уртаса ҙурлыҡтағы өйрәктәрҙең хаҡы мең һумдан башлана. Ҡаҙҙың  килограмы  450-500 һумдан. Күркәнең килограмын өс һумдан тәҡдим итеүселәр ҙә бар. Яңы йыл алдынан хаҡтарҙың айырыуса йәшелсә-емеш һәм иткә күпкә артыуы ихтимал тип белдерә белгестәр. Шуға күрә лә йүнсел хужабикәләр байрам өҫтәлен  алдан хәстәрләй.
Өфөнөң эре сауҙа үҙәктәрендә хаҡтар әлегә  ул тиклем тешләшмәй.
Банан, һуған, алма, мандарин     кеүек йәшелсәләрҙе түбән хаҡҡа һатып алырға мөмкин. Көрсөк һәм иҡтисади ҡыҫым шарттарында Башҡортостандың магазин кәштәләрендә аҙыҡ-түлеккә ҡытлыҡ  тойолмай. Сит ил тауарҙарын үҙебеҙҙә етештерелгән экологик яҡтан таҙа һәм сифатлы продукция  алыштыра.
Константин Кузьминых, Өфө иҡтисад һәм сервис университеты доценты, иҡтисад фәндәре кандидаты: «Емештәргә хаҡ өҫтәлеү Яңы йыл алдынан  ҡабатлана торған мәшәҡәтле хәл. Ул ун,ун биш процент тәшкил итә. Ҡиммәтле помидор,ҡыяр,әфлисундарҙы ит ,банан менән алыштырырға мөмкин, банандарҙың хаҡы помидорҙыҡынан өс тапҡырға осһоҙораҡ.Хаҡтар менәнн дөрөҫ идара итеү эшҡыуарҙарға бәйле. Улар сит илдәрҙең тауар етештереүселәре менән әүҙем һәм өҙлөкһөҙ хеҙмәттәшлек иткәндә хаҡтар тешләшмәйәсәк».
Яңы йылдан һәр кем мөғжизә көтә, яҡты уйҙар, маҡсаттар менән килә. Төрлө эксперименттарға әҙер халыҡты яңы йыл алдынан  аҙыҡҡа хаҡтар күтәрелеүе лә өркөтмәй, тик кәштәләре генә тулы булһын.
Ҡайһы бер кәрәкле ризыҡтарға хаҡтар юғары булыуы-яңы йыл байрамын яҡты өмөттәр менән ҡаршыларға ҡамасауламаясаҡ. Һәр ғаилә ниндәй күләмдә килем алыуына ҡарамай, яңы йыл табынына тәғәйенләнгән кәрзингә хәҙерҙән үк етәрлек аҙыҡ-түлек хәстәрләргә тырыша.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика