Ни бары дүрт сәғәт, ә юғалтыуҙар баһалап бөткөһөҙ

Ни бары дүрт сәғәт, ә юғалтыуҙар баһалап бөткөһөҙ 04.07.2016

Белгестәр  электр селтәрҙәрендә теркәлгән  өҙөклөк эҙемтәләрен барлай.

Авария үткән шәмбе "Буй-Өфө" бәйләнешендә торба һалыусы техниканың сымдарҙы өҙөүе һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килде.  Башҡортостанда, күрше Силәбе һәм Ырымбур өлкәләрендә йәмғеһе бер миллиондан ашыу кеше электр утһыҙ ҡалды. Сәнәғәт предприятиелары, социаль учреждениелар, йәшәйеште тәьмин итеүсе башҡа бик күп предприятиелар эше тотҡарланды.  Бындай осраҡ тәүгә һәм һуңғыһы булырға тейеш, тине Рөстәм Хәмитов. Электр менән тәьмин итеүҙә  ғәҙәттән тыш хәл эҙемтәләрен барлап  республика проблеманан еңел ҡотолғанлығын билдәләне. Шәмбе электр тогына мохтажлыҡ һәм сымдарҙағы көсөргәнешлек минималь кимәлдә. Әгәр өҙөклөктәр ҡыш һәм эш көнөндә  теркәлһә юғалтыуҙар ҡотосҡос булыр ине, тине Республика башлығы.  


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика