Нефтекамала ҡала көнө алдынан йәш ғаиләләргә  торлаҡ алыу өсөн сертификаттар тапшырылды 08.09.2016

Йәшәү шарттарын яҡшыртыуға  мохтаж  алты йәш ғаилә  Республика программаһына ярашлы миллион һумлыҡ сертификат  алды. Тағы ла  күп балалы 15  парға  «Йәш ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү»  федераль  маҡсатлы  проекты сиктәрендә  ярҙам күрһәтелде.

Социаль түләү уларға ипотека буйынса бурыстарының төп өлөшөн ҡапларға булышлыҡ итә. Дөйөм алғанда, дәүләт ярҙамы 10 миллион һум тәшкил итә. Был  фатир юллаусыларҙың сиратын  кәметәсәк. Сертификатты беренсел һәм икенсел торлаҡ баҙарынан фатир һатып алырға, шулай уҡ  шәхси өй төҙөргә ҡулланып була.Ҡала хакимиәте торлаҡ шарттарын яҡшыртырға теләүселәрҙе дәүләт программалары менән танышырға,  консультация үтергә  саҡыра.      
Гүзәл һәм Илвир Дәүләтгәрәевтар,  күп балалы ғаилә: «Өсөнсө балабыҙ тыуғас та  ғариза биргәйнек. Кисә тантанаға саҡырып шылтыратҡас кис буйы  фатирҙарҙың хаҡы менән ҡыҙыҡһындыҡ, Интернеттан  төрлө варианттар эҙләнек».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика