Нефтекама автомобилдәр заводында «Белл» йөк машинаһының тәүге өлгөһө эшләнде

Нефтекама автомобилдәр заводында «Белл»  йөк машинаһының тәүге өлгөһө эшләнде 30.06.2015

Был техника «Нефаз» менән Көньяҡ Африка Республикаһы заводының берлектәге проекты. Самосвал тау-байыҡтырыу комбинаттарында эшләү өсөн тәғәйенләнә.

Биленән борола алыу - йөк машинаһының төп үҙенсәлеге. Был механизм самосвалға ауыр боролоштарҙы ла еңел үтә алыу мөмкинлеге бирә. Бәләкәй боролош радиусы булған техника  карьерҙарҙа үҙен тик яҡшы яҡтан ғына күрһәткән. Әле улар Кузбасс, Сорғот, Иркутск өлкәһе һәм Краснодар крайындағы тау-байыҡтырыу комбинаттарында эшләй.
Геннадий Зимин, баш технолог: «Беҙ бында Рәсәйгә килтерелгән әҙер самосвалдарға кузовтар эшләйбеҙ. «Белл» компанияһының тап беҙҙең заводты һайлауы ҙур мәртәбә һәм яуаплылыҡ өҫтәй. Минеңсә, механизмдар яҡшы килем сыҡты. Самосвалға 40 тонна тирәһе йөк тейәргә мөмкин».
Самосвалдар сит ил белгестәре күҙәтеүе аҫтында эшләнә. Тәүге йөк автомобиле Шос һәм БРИКС саммиттары ваҡытында Өфөлә үтәсәк күргәҙмәгә ҡуйыла. Һуңынан техника Учалы районындағы карьерҙарында һынау үтәсәк.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку