Мутлашыусыларға тарыма, тарыһаң арыма

Мутлашыусыларға тарыма, тарыһаң арыма 28.08.2017

Иглин районында йәшәүсе ханымдың тоҙағына эләгеүселәр хәҙер был хәҡиҡәтте яҡшы аңлай, әммә  һуң. Улар интернет селтәре аша  арзанға заказ эшләп  тауарһыҙ ҙа ҡала, аҡсаһынан да яҙа. Зыян күреүселәр әле  полиция юлын тапай.

Эдуард  Бехгольд февралдә интернет аша 140 мең һумлыҡ тауарға заказ биргән була, үҙҙәренең прокат магазины өсөн. Тәүге партия килгәндән һуң шатлығының сиге булмай, тиҙ ҙә, арзан да, сифаты ла яҡшы. Әммә ҡыуанысы оҙаҡҡа бармай, тауар килеүҙән туҡтай, ә ҡалған 90 меңдең осо ла, ҡырыйы ла күренмәй.
Эдуард  Бехгольд, зыян күреүсе: «Инде көтөп арып аҡсаны ҡайтарыуға  ғариза ебәргәйнек, яуап юҡ. Беҙҙең өсөн был бик ҙур аҡса».
Мутлашыусы тоҙағына эләгеүселәрҙең барыһы ла тиерлек интернет менән әүҙем ҡулланған йәштәр. Уларҙың күбеһе балалары өсөн велосипед, коляска, электромобиль кеүек әйберҙәргә заказ биргән.  6 мең һум күсереүселәр ҙә, 30 меңен сығарып һалыусылар ҙа бар. Ҡазандан эшҡыуар ханым иһә 260 мең тирәһе түләгән. Әле зыян күреүселәр  бер төркөмгә берләшеп хаҡлыҡ эҙләй.  Яҡынса 60-лап кеше, дөйөм сумма иһә 800 меңдән ашыу. Был аҡсаларҙың осо интернет заказдар менән шөғөлләнгән Диана Ғайсинаға барып тоташа, заказдарҙы ул алған, ә  иҫәпләшеү картаһы атаһының исемендә.
Лилиә Мөхәмәтйәнова, зыян күреүсе: “Тәүҙә ул беҙҙең менән бик ипле, итәғәтле генә аралашты. Велосипедҡа заказ биргәйнек, ваҡытында килде. Шунан күберәк аҡса күсереп икенсе заказ эшләгәйнек тупаҫ яуаптар китте, ҡара исемлеккә тығып  ҡуйҙы. Аҡса ла, заказ да юҡ. Ул үҙе ҡырҡ исем аҫтында йөрөй, берәй төркөм эшләй шикелле».
Алыш-биреш «Бәйләнештә» социаль селтәре аша  барған, шуға күрә заказ биреүселәр  аҡса күсергән кешеләрен йөҙгә танымай. Әле зыян күреүселәр хаҡлыҡ эҙләп хоҡуҡ һағында тороусыларға мөрәжәғәт иткән. Адвокат Айҙар Хәзиев әйтеүенсә, мутлашыусы ханымды яуаплылыҡҡа тарттырырға мөмкин, бының өсөн зыян күреүселәргә ғариза яҙырға кәрәк. Енәйәт эше ҡуҙғатылғас барлыҡ мөржәғәттәр ҙә бергә туплана.
Айҙар Хәзиев, адвокат: «Махсус рәүештә кеше иҫәбенә байырға теләү тип судҡа бирергә мөмкин. Ул ваҡытта мутлашыусынан бурысты түләтеү менән суд приставтары шөғөлләнәсәк. Йәки хоҡуҡ һаҡлау органдарына мутлашыу статьяһы буйынса эш ҡуҙғатыуҙы һорап ғариза яҙырға була».
Әле тоҙаҡҡа эләгеүселәр мутлашыусы ханымды үҙаллы эҙләй. Әммә уның  бер нисә исем һәм адрес артында теркәлеүе  ҡыйынлыҡ тыуҙыра.  
Беҙ ҙә Диана Ғәзизова-Мохина-Ғайсина күрһәткән адрестар буйлап үтергә булдыҡ, тәүгеһе Ҡулса урамындағы 205-се йорт
Диана ханым был фатирҙы өс йыл элек һатҡан булып сыҡты. Киләһе адрес Вологодская урамындағы 81-се йорт. Фатирҙа яуап биреүсе юҡ, әммә күршеләре әйтеүенсә, Диана бер йыл элек бынан да күсеп киткән.
Күршеләре әйткән шәхси йорт Иглин районында урынлашҡан булып сыҡты, ғаилә әле ошонда йәшәй. Беҙ килгәндә Диана ханым да, тормош иптәше лә өйҙә юҡ ине, атаһы әйтеүенсә, ҡыҙы Өфөлә проблеманы хәл итеү менән мәшғүл.
Фәһим Ғәзизов, Диана Ғайсинаның атаһы: «Көн һайын киләләр Диананы һорап, кешеләр аҡса таптыра, полиция хеҙмәткәрҙәре ҡыҙымды эҙләй. Эшкә урынлашҡайны, ҡайтырға мәжбүр булды. Бурысты ҡайтарасаҡ ул, әле тап шуның менән шөғөлләнә».
Зыян күреүселәр ҙә ҡасан булһа ла үҙ заказдарын алыуға өмөтләнә, әммә коляскалар йәки велосипедтар  килгәнсе балаларҙың  үҫеп өлгөрөүе лә ихтимал.
Зыян күреүселәрҙең күбеһе әле үҙҙәре йәшәгән урын буйынса полицияға ғариза яҙған, улар киләсәктә прокуратураға мөрәжәғәт итергә лә уйлай. Әгәр ҙә хоҡуҡ һағында тороусылар йылғыр ханымдың мутлашыуын иҫбатлаһа уның 5 йылға тиклем иркенән мәхрүм ителеүе лә бар.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку