Мосолман эшҡыуарҙарҙарының юридик кәңәш үҙәге асылды

Мосолман эшҡыуарҙарҙарының юридик  кәңәш  үҙәге асылды 06.01.2016

Ҡабул итеү бүлмәһе Өфөлә Олимпик паркта урынлашҡан.

Юридик   кәңәш биреү үҙәге мосолман эшҡыуарҙары ассоциацияһына ҡарай. Был ойошма  Рәсәйҙә бер йыл элек барлыҡҡа килгән, уны билдәле гимнастка Алина Кабаеваның атаһы Марат Кабаев етәкләй.  Әле ассоциация илдең тиҫтәнән ашыу төбәгендә үҙ филиалдарын асҡан,  Башҡортостанда  ул майҙа асылған һәм уңышлы ғына эш башлаған. Ойошманың Кувейтта ла бүлексәһе бар,  быйыл  илдең тағы 8-10 ҡалаһында һәм Германия менән Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә  ҡабул итеү бүлмәләре асыу ҡаралған. Берләшмә мосолман эшҡыуарҙарына бар яҡлап та ярҙам күрһәтеүҙе, үҙ-ара хеҙмәттәшлекте нығытыуҙы маҡсат итеп ҡуя.
Ассоциацияның бөгөн асылған  юридик кәңәш биреү үҙәге  иһә эшҡыуарҙарҙың проблемаларын хәл итеү менән шөғөлләнәсәк. Ойошма  етәкселәре әйтеүенсә, яңы үҙ эшен асҡан йүнселдәрҙең күбеһе  хоҡуҡтары белмәй, бизнестарын яҡлай алмай.  Бигерәк тә ер, күсемһеҙ милек менән бәйле  мәсьәләләрҙе хәл итеү ауырға төшә.   Хәҙер иһә мосолман эшҡыуарҙары юридик кәңәш үҙәге белгестәренә мөрәжәғәт итә аласаҡ .

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку