Мин әле йәш

Мин әле йәш 05.07.2014

Баймаҡ районында бөгөн ошо исем аҫтында бик үҙенсәлекле конференция үтте.

Баймаҡ районында бөгөн ошо исем аҫтында бик үҙенсәлекле конференция үтте.

Ул «Урал аръяғы-2014» төбәк-ара инвестиция форумы сиктәрендә ойошторолдо. Уның төп өлөшө кисә Сибай ҡалаһында уҙғарылғайны. Бөгөн йәш йүнселдәр яңы эш урындары асыу мәсьәләһе, проекттарға инвестициялар йәлеп итеү юлдарын ҡараны. Күрше төбәктәр менән иҡтисади хеҙмәттәшлекте нығытыуға ла айырым иғтибар бүленде. Форумдың пленар ултырышында республика етәксеһе Рөстәм Хәмитов бындай бәйләнештәрҙе нығытыу тотош төбәк өсөн файҙалы булыу менән бер рәттән Башҡортостандың ҡеүәтен нығытыуға ла булышлыҡ итә тип белдергәйне. Республика хөкүмәтендә өс йыл самаһы элек Урал аръяғын үҫтереү буйынса маҡсатлы программа ҡабул ителгәйне. Бөгөн ул үҙенең емештәрен бирә тигән фекерҙә белгестәр.


Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку