Миллион ярым һумлыҡ трансформатор будкаһы

Миллион ярым һумлыҡ трансформатор будкаһы 19.01.2018

Өфө эшҡыуарҙарының береһе сираттағы милек һатып алыу килешеүенә ҡул ҡуйғандан һуң сетерекле хәлдә тороп ҡалған. Улар үҙҙәрен мутлашыусылар тоҙағына эләгеүен билдәләй һәм тәртип һаҡлау органдарында тейешле иғтибар таба алмауына зарлана.

Ҙур булмаған цехта Сафиндар ғаилә бизнесын ойоштороп,  йорт йыһаздары етештереүҙе яйға һалған. Быға тиклем көнөнә 20-шәр диван эшләһәк, хәҙер эш тотҡарлана тип зарлана улар. Мөлкәткә суд ҡарары менән арест һалынған.
Аңлашылмаусанлыҡ нигеҙе кәртәлә торған ошо трансформатор будкаһы. Эшҡыуарҙар һатып алғанда уның хаҡы 80 мең ине тип бара. Сафиндар әйтеүенсә,  мөлкәт һатыусы килешеүҙә уның хаҡын миллион өс йөҙ мең һум тип үҙгәртеп күрһәткән. Йүнселдәр шулай уҡ, документ аҫтындағы беҙҙең  ҡултамға ялған ти. Был һүҙҙәрҙе экспертиза һөҙөмтәләре лә ҡеүәтләй, тигән ҡарашта Игорь Сафин.
Мөлкәт һатыусылар суд ҡарарына һылтана һәм килешеүҙә күрһәтелгән һандар дөрөҫ тип бара.
Мәсьәлә Башҡортостан буйынса эске эштәр министрына барып еткәс кенә боҙ урынынан ҡуҙғалған. Сираттағы экспертиза һөҙөмтәләре һатып алыусыларҙың һүҙҙәрен раҫлай.
Әле осраҡ буйынса енәйәт эшен ҡуҙғатыу  мөмкинлеге ҡарала тип билдәләйҙәр республика буйынса эске эштәр министрлығында. Оҙаҡҡа һуҙылған бәхәс йүнселдәр мәнфәғәтендә түгел. Улар транспортһыҙ ҙа тороп ҡалған,  етештереү мөмкинлектәре лә  сикләнгән. Сәйер низағтың өнһөҙ шаһиты - трансформатор будкаһы ғына урынында ҡала бирә.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку